Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
11 Май , 22:00

Был кәсеп беҙгә бик оҡшай

Умартасы булһаң, үҙеңә лә бал ҡортондай булырға кәрәк

Был кәсеп беҙгә бик оҡшай
Был кәсеп беҙгә бик оҡшай

Башҡортостан һәр саҡ үҙенең егәрле, уңған, намыҫлы халҡы менән дан тота. Бүздәк районының Вознесенка ауылынан умартасылар – аталы-уллы Йәүҙәт менән Рөстәм Фәйрүзовтарҙы ла улар иҫәбенә индерергә мөмкин.  

Йәүҙәт Ҡашбулмәғән улы – тәжрибәле умартасы. Уның өсөн бал ҡорто – шөғөл дә, мауығыу ҙа, тормош мәғәнәһе лә. Оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында эшләгәндән һуң тыуған яғында төпләнгән Йәүҙәт Фәйрүзов һуңғы йылдарҙа умартасылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. Ул Вознесенка ауылының Ҡыҫҡайылға ярында үҫемлектәр донъяһына бай һәм умарталыҡ ҡороу өсөн уңайлы урынды һайлай.

Йәүҙәт Фәйрүзовҡа был эштә ҡатыны Светлана Фәниз ҡыҙы ярҙам итә. Әйткәндәй, Светлана ханым да оҙаҡ йылдар Себерҙә ашнаҡсы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Тормош иптәше менән Себерҙә танышып, ғаилә ҡорғандар. 

Фәйрүзовтар нәҫеле быуаттар төпкөлөнән умартасылыҡ менән шөғөлләнгән һәм тәжрибәһен быуындан-быуынға тапшырып килә: Имам Әхмәтшакир – Кашфелмәғән – Ҡашбулмәғән – Йәүҙәт – Рөстәм.

Йәүҙәт Ҡашбулмәғән улы 1989 – 1995 йылдарҙа “Востокнефтепроводстрой (ВНПС) предприятиеһында умартасы вазифаһында умарталыҡҡа идара итә. Уны предприятие үҙ иҫәбенә Башҡортостан дәүләт аграр университетында уҡытып ала.

Рөстәм Йәүҙәт улы иһә атаһынан ата-бабаларынан күскән умартасылыҡ серҙәренә өйрәнә. Тормош иптәше Эльмира Хәмит ҡыҙының да Ишембайҙа йәшәгән олатайҙары ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Һөнәре буйынса медицина хеҙмәткәре булған Эльмира иренең был шөғөлөн аңлап-хуплап тора.

– Был кәсеп беҙгә бик оҡшай, рамдарҙы әҙерләп, сисеп алам, кәрәҙҙәрҙе тартам. Минең теләк – тәбиғи ғаилә ҡиммәттәрен һәм милли йолаларҙы һаҡлау, туплаған тәжрибәне улым Эмиргә тапшырыу.

Эшен башлап торған умартасыларға кәңәш биргем килә – шөғөлгә һәр саҡ ҙур теләк менән тотонорға кәрәк. Был эште башлап ебәрергә генә кәрәк, нәҡ ул һиңә ҡәнәғәтлек бирәсәк. Мин үҙемдең шөғөлгә әйләнгән яратҡан һөнәремде таптым, уның менән артабан да шөғөлләнергә теләйем. Ғаиләм үҙ эшеңә һөйөү-хәстәрлек менән ҡарау өлгөһө булып тора. Тик көндәлек хеҙмәт, ниәт, ғәм һәм иғтибар ошондай һөҙөмтәгә килтерә. Яҡшы умартасының балы насар булмай, тип әйтәләр бит, – тине ул.

Рөстәм Йәүҙәт улы йәш булһа ла, ошо һүҙҙәрҙе  әйтергә хоҡуғы бар, сөнки уның нәҫеле умартасылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнә – үҙҙәре, туғандары һәм яҡындары өсөн дә. Тырыш һәм сыҙамлы хеҙмәт яҡшы һөҙөмтәләр бирә – умарталар һаны ла, етештергән бал күләме лә арта, шуға күрә балды күпләп һатыу мөмкинлектәре бар.

– Умартасылыҡ кәсебенә намыҫлы ҡарайбыҙ – таҙа, тәбиғи бал һатабыҙ. Әле күмәртәләп һатыу мөмкинлегебеҙ бар, шуға ла барлыҡ һатып алыусыларға ла күмәртә хаҡы менән тәҡдим итәбеҙ. Ҙур күләмдә, шулай уҡ экспортҡа бал һатыу менән шөғөлләнгәндәр менән хеҙмәттәшлеккә әҙербеҙ.  

Үҙебеҙҙең умарталыҡҡа саҡырабыҙ. Килһендәр, ысын башҡорт балы нисек етештерелгәнен күрһендәр, балды тәмләп ҡараһындар. Үҙебеҙҙең республикала етештерелгән, экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек менән туҡланырға кәрәк. Шул саҡта ғына һау-сәләмәт булырбыҙ, – тип фекерҙәрен уртаҡлашты йәш умартасы. 

Фәйрүзовтар, һатып алыусы ихтыяжын күҙ уңында тотоп, балға төрлө сәтләүектәр һалып та һата. Бындай тәмлекәстәрҙе ошо адрестар буйынса тәҡдим итә:Өфө районының Булгаков ауылында (Цюрупа урамы, 84-се йорт) “Фермер кәштәһе” (“Фермерская лавка”) сауҙа үҙәгендә, Стәрлетамаҡ районындағы "Удача" ял базаһында, Өфө ҡалаһында “СтройЭнергоМонтажСервис” УМЦ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бинаһы (Боткин урамы, 5-се йорт).

 Төрлө хеҙмәттәр ҙә күрһәтә. Мәҫәлән, Бүздәк районы буйынса ассенизаторлыҡ хеҙмәттәре, шыйыҡ көнкүреш ҡалдыҡтарын ташыу һәм сығарыу өсөн рәсми лицензияһы бар. Шулай уҡ компьютер һәм офис техникаһын ремонтлай һәм хеҙмәтләндерә. Видеокүҙәтеү системаһын һайлап алыу һәм монтажлау менән шөғөлләнә.

Рөстәм Фәйрүзовҡа 28 йәш. Ул киң ҡарашлы, маҡсатлы егет. Үҙен үҫтереү өҫтөндә ныҡлап шөғөлләнә: Өфө дәүләт радиоэлектроника колледжында белем алған, быйыл Синигея университетың Өфө филиалын тамамлай. 2024 йылдан “Рәсәй терәге” ойошмаһы ағзаһы булып тора.

 Әлеге мәлдә Мәскәү транспорт компанияһында вахта буйынса етенсе разрядлы автомобиль краны машинисы булып эшләй, шул уҡ ваҡытта үҙ-үҙенә мәшғүллек булдырған – бал етештерә. Ул атаһы менән бергә ғаилә умартасылығы менән шөғөлләнә һәм киләсәктә сауҙа киңлектәрен арттырырға уйлай. 

Уның менән танышыу һәм бәйләнешкә инеү өсөн телефон һандары 8-982-545-75-79, 8-996-107-85-77.

Фото: Рөстәм Фәйрүзовтың ғаилә альбомынан.

Был кәсеп беҙгә бик оҡшай
Был кәсеп беҙгә бик оҡшай
Был кәсеп беҙгә бик оҡшай
Был кәсеп беҙгә бик оҡшай
Был кәсеп беҙгә бик оҡшай
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: