Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
9 Июнь , 07:00

84 йәшлек эшҡыуар Сибайҙан Баймаҡҡа йөрөп һатыу итә

"Кешеләр менән аралашыу миңә көс бирә", – ти Рәйсә Иванова.

84 йәшлек эшҡыуар Сибайҙан Баймаҡҡа йөрөп һатыу итә
84 йәшлек эшҡыуар Сибайҙан Баймаҡҡа йөрөп һатыу итә

Рәйсә Хәмитйән ҡыҙы һөнәре буйынса – электромеханик. 25 йыл электр селтәрҙәре станцияһында мастер, бүлек начальнигы булып эшләгән, республиканың көньяҡ райондары халҡы менән тығыҙ аралашҡан. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң 20 йыл Сибай ҡалаһының Арҡайым биҫтәһенә етәкселек иткән.

Орлоҡ һатыу менән 30 йылға яҡын шөғөлләнә. Тәүҙә үҙе өсөн Өфөнән яҙҙырып алып үҫтергән, һуңғараҡ күршеләре мөрәжәғәт итә башлаған. Шулай итеп, яратҡан баҡсасылыҡ шөғөлө килем сығанағына әүерелгән.

– Ғүмер буйы халыҡ араһында ҡайнап йәшәйем, сөнки аралашыу миңә көс бирә. Эшләй алған тиклем эшләйем әле. Ошолай кешеләр араһына сығыу, һәр береһе менән иҫәнләшеү, күңел йылыһы менән бүлешеү үҙе ни  тора! – ти бизнес-леди.

Эш көнөнән һуң Рәйсә Хәмитйән ҡыҙы Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһындағы өйөнә ашыға. Унда, сәй ҡайнатып, һөйөклө ире Николай Иванович көтә. Бәхетле парҙың уртаҡ тормош ҡороуына быйыл 65 йәш тула икән. Ивановтар ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтергән. Улар Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында йәшәй.

Әгәр Баймаҡҡа юлығыҙ төшһә, универмагка инеп, Рәйсә ханымдан йәшелсә йә сәскә орлоғо һатып алырға онотмағыҙ.

Автор фотоһы һәм видеоһы.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: