1 августан республикала “Башҡортостан брендтары” телешоу-конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башлана. Унда креатив индустрия тармағында эшләгән һәм ҡулланыусылар тауарҙарын һәм аҙыҡ-түлек етештергән төбәк брендтарын алға һөргән эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр бушлай ҡатнаша ала. Сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
– Ғәҙәттә, микро- һәм бәләкәй предприятиелар, шулай уҡ үҙмәшғүлдәр киң мәғлүмәт сараларында үҙ тауарын рекламалау өсөн финанс ресурстарында сикләнгән була. Ә был телепроект ошо проблеманы хәл итергә ярҙам итәсәк. Унда ҡатнашыусылар үҙ тауарҙары һәм брендтарын төбәк мәғлүмәт майҙанында күрһәтеү мөмкинлеген ала, – тине эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
Конкурс өсөнсө тапҡыр үткәрелә. Быйыл төп баҫым креатив индустрия, төбәк брендтарын алға ебәреүгә эшләнә. Телешоу-конкурс бер нисә этапта үтә. Беренсеһендә электрон формала ғаризалар ҡабул ителә. Икенсе этапта асыҡ халыҡ онлайн-тауыш биреүе үтәсәк. Уның һөҙөмтәһендә иң күп тауыш йыйған 12 ярымфиналсы һайланасаҡ. Өсөнсө этап – БЮТ телеканалында конкурстың телевизион өлөшө. Бында ҡатнашыусыларҙы оҫталыҡ дәрестәре, һынауҙар, уйын хәлдәре көтә, уның һөҙөмтәһе буйынса жюри өс еңеүсене һайлап аласаҡ.
– Эшҡыуарҙар менән аралашып, уларҙан һорауламалар алып, беҙ үҙмәшғүлдәр һәм эшҡыуарҙарҙың үҙ тауарҙарын танытырға теләгәнен күрәбеҙ. Шуға күрә 2021 йылда республикала тәүге тапҡыр “Башҡортостан оҫтаһы” – креатив индустрия мастеры телешоу-конкурсы башланды, 2023 йылда “Башҡортостандың яңы брендтары” проекты форматы яңыртылды. Ике конкурс та төбәк бизнесына мәғлүмәт майҙансығында үҙ тауарҙары һәм хеҙмәттәрен күрһәтеү мөмкинлеге бирә. Бөгөн беҙ алғараҡ киттек. Креатив индустрия, тауар етештереүселәр һәм аҙыҡ-түлек етештереүселәрҙе берләштерҙек, – тине телешоу-конкурс проектының етәксеһе Элиана Сәйетова.
Телешоу-конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаны 25 авгусҡа тиклем КОНКУРСЫ.РФ интернет-ресурсына ебәрергә була.
Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24549/