Республикабыҙ төбәктәренә командировкаға барғанда эшһөйәр замандаштарыбыҙҙың тыуған төйәгендә төпләнеп, үҙ алдына аныҡ, матур маҡсаттар ҡуйып, шуға өлгәшеп йәшәүен күреп, күңелдә һоҡланыу хисе тыуа. Балтас районынан Динара һәм Радмир Нурмөхәмәтовтар ҙа – шундай уңған, тормошта ныҡлы баҫып алға атлаған ғаиләләрҙең береһе.
Радмир бала саҡтан нефтсе булырға хыяллана. Ошо теләге уны Өфө политехник техникумының Бөрө ҡалаһындағы филиалына алып килә. Уны уңышлы тамамлағас, биш йыл дауамында Себер тарафтарында эшләй. Әммә тыуған яҡтар үҙенә тарта һәм егет, Балтасҡа ҡайтып, үҙ эшен асырға ниәт итә. Шулай итеп, шаурма эшләү өсөн кибет һатып ала һәм ең һыҙғанып ошо йүнәлешкә тотона. Әйткәндәй, был кибет бөгөн дә уңышлы эшләп тора.
Тиҙҙән Балтас уңғаны эшмәкәрлеген киңәйтергә ҡарар итә һәм “СПАРТ пицца” исемле пиццерия асып ебәрә. Был эштә һөйөклө тормош юлдашы Динара иң ҙур ярҙамсыһы була. Бөгөн бында өс кеше хеҙмәт итә: ике пицца бешереүсе һәм бер технолог. Динара Нәдим ҡыҙы үҙе технолог вазифаһын алып бара, идарасы Элиза Мулланурова барлыҡ ойоштороу мәсьәләләрен оҫта хәл итә. “СПАРТ пицца” тәҡдим иткән ризыҡтар, айырыуса “Пепперони”, “Гавай”, “Бавария”, “Татар”, “Наҙлы ҡуян ите” пиццалары, сушиҙың төрлө төрҙәре урындағы халыҡта ҙур һорау менән ҡуллана.
Пиццерияға килеүселәр бер аҙға ғына булһа ла тормош мәшәҡәттәренән арынып ял итһен өсөн эшҡыуар Нурмөхәмәтовтар бында йылы, нурлы мөхит булдырырға тырыша. Балалар өсөн уйын бүлмәһе йыһазландырғандар. Әйткәндәй, күптәр бәләкәстәренең тыуған көнөн үткәреү өсөн тап “СПАРТ пицца”ны һайлай.
Динара менән Радмир Нурмөхәмәтовтарҙың тағы бер матур ниәте бар – “СПАРТ пицца” брендын үҫтерергә, тағы ла нығыраҡ танытырға теләйҙәр. Был йәһәттән аныҡ эштәр алып барыла. Киләсәктә ошо бренд аҫтында франшиза һатырға уйлайҙар. “Франшиза алыусыларға еңел булһын өсөн тәүге осорҙа һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәкбеҙ, өйрәтәсәкбеҙ”, – ти Радмир. Шуға күрә кемдәр “СПАРТ пицца” бренды аҫтында эш башларға теләй, 8 937 311 72 60 телефоны буйынса шылтыратығыҙ, эшҡыуар ярҙам итергә әҙер.
Нурмөхәмәтовтарҙың эшмәкәрлеге бының менән генә сикләнмәй: Радмир ике такси паркы булдырған. Улар ҙа иш янына ҡуш булып, ярайһы ғына табыш алырға булышлыҡ итә. Әммә Динара менән Радмир аҡса эшләүҙе тормоштоң мәғәнәһе итеп күрмәй, улар райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып, мохтаждарға хәйриә ярҙамы күрһәтергә тырыша. Махсус хәрби операция яугирҙәренә гуманитар йөк туплауҙа, күп балалы ғаиләләргә тәғәйен “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!” акцияларында даими ҡатнашалар.
Нурмөхәмәтовтар Балтас районы хакимиәте менән дә килешеп, эшлекле мөнәсәбәттә хеҙмәттәшлек итә. “Урындағы етәкселеккә ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итһәк тә, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәр”, – ти Радмир Рәмил улы. Күптән түгел ул республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Балтастың уңған, тырыш эшҡыуарҙарына киләсәктә лә уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!
Фотолар ғаилә альбомынан.