Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
2 Октябрь , 20:50

Үҙмәшғүлдәр финанс ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә

Партнерлыҡ финанслауы программаһы сиктәрендә Башҡортостан эшҡыуарҙары тәүге миллион һумды алды 

Үҙмәшғүлдәр финанс ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә
Үҙмәшғүлдәр финанс ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә

Башҡортостандағы микрокредит компанияһы Рәсәй банкы булышлығында илдең бер нисә төбәгендә тормошҡа ашырылған партнерлыҡ финанслауы программаһы буйынса 1 миллион һум күләмендә тәүге займдар бирҙе. Финанс ярҙамы «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә күн эше оҫтаһына һәм бухгалтер хеҙмәтләндереүҙәре күрһәтеүсе эшҡыуарға күрһәтелде.

- Үҙмәшғүлдәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән программа проценттар өҫтәмәйенсә займдар тәҡдим итә. Һөҙөмтәле финанс моделе уларға ҙур кредит сығымдары кисермәйенсә финанслау алырға ярҙам итә. Займдың максималь суммаһы 500 мең һум тәшкил итә, уны 6 айҙан 3 йылға тиклем ҡайтарыу ҡаралған, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.

Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: