3 октябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров рәйеслегендә сираттағы “Инвестсәғәт” үтте. Ултырыш сиктәрендә иҡтисадтың, туризмдың, транспорттың, логистиканың төрлө тармаҡтарындағы яңы проекттар тәҡдим ителде.
“Дүрт миҙгел – Жилстройинвест” махсуслашҡан төҙөүсе” йәмғиәте етәксеһе Гөлнара Мәхмүтова ултырышта күп функциялы күп миҙгелле ҡунаҡхана-туристик һауыҡтырыу комплексы проектын тәҡдим итте. Унда әүҙем ял итеү зоналары, бассейн, тау саңғыһы һәм тюбинг трассаһы ҡаралған. Проекттың планлы хаҡы 10 миллиард һумға баһалана. Шул уҡ ваҡытта компания 5 миллиард һум күләмендә үҙ аҡсаһын да һалырға тейеш. Проектты тормошҡа ашырыу 900-ҙән ашыу эшсе урындарын булдырырға мөмкинлек бирә.
Андрей Назаров билдәләүенсә, был проект төбәк өсөн бик актуаль. Даими рәүештә эске туризм үҫкән республикала проекттың перспективаһы бар.
Бөрйән районында “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексы эргәһендә 20 номерға модулле ҡунаҡхана төҙөү проекты менән “Архпроектнаследие” йәмғиәте етәксеһе Азат Монасипов сығыш яһаны. 20 номерға модулле ҡунаҡхананы төҙөүҙең баһалау хаҡы 80 миллион һум тәшкил итә, уның 50 миллионын инвестор үҙ аҡсаһынан ҡушырға тейеш.
Туймазы ҡалаһында елем-герметик етештереү буйынса предприятие төҙөү проектын “Саннэ” йәмғиәте тәҡдим итте. Компания етәксеһе Максим Варламов әйтеүенсә, проектты тормошҡа ашырыу төҙөлөш материалдары баҙарында импортты алмаштырыуға, махсус елем-герметиктар етештереүҙең тулы циклын ойошторорға ярҙам итәсәк, 20 яңы эш урыны булдырасаҡ.
Фото: “Башҡортостан” Хөкүмәте сайтынан.