Илизә Түзбәкова Ғафури районының Табын ауылында дүрт балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Ашнаҡсы-кондитер һөнәрен үҙләштереү менән бер рәттән Башҡорт дәүләт университетының (хәҙер – Өфө фән һәм технологиялар университеты) социология факультетында белем алған. Һуңғы өс йылда Мәскәүҙә милли башҡорт аштарын танытыу менән шөғөлләнә, ирекмән булараҡ төрлө мәрхәмәтлек сараларында ҡатнаша.
– Ашнаҡсы һөнәре миңә табыш килтерһә, икенсе һөнәрем тормошома мәғәнә өҫтәй, – ти башҡорт һылыуы.
Илизәнең тәүге һатып алыусылары Мәскәүҙә йәшәгән яҡташтар була. Хәҙер иһә ул бешергән ҡыҫтыбый, гөбәҙиә, ваҡ бәлеш, ҙур бәлеш, сәксәк, бауырһаҡ, бөккән кеүек милли аштарҙы башҡа милләт вәкилдәре лә яратып өлгөргән.
Уңған яҡташыбыҙҙан “Көҙгө муллыҡ” салатын эшәргә өйрәнәйек. Бының өсөн һыйыр ите, майонез, аш һеркәһе, тоҙ, шәкәр, үҫемлек майы һәм баҡсабыҙҙан йыйып алынған йәшелсәләр – башлы һуған, кишер, сөгөлдөр кәрәк.
Итте һәм сөгөлдөр менән кишерҙе бешерәбеҙ.
Һуғанды ярым түңәрәк итеп турайбыҙ һәм тоҙ, шәкәр, аш һеркәһе, шыйыҡ май һалып маринадлайбыҙ.
Салат матур килеп сыҡһын өсөн ҡулса эсенә һалып эшләргә, бәләкәй өлөштәргә бүлеп яһарға мөмкин.
Беренсе ҡат. Оҙонсай итеп туралған итте майонез менән болғатырға һәм ҡулса эсенә йәйергә.
Икенсе ҡат. Маринадланған һуған.
Өсөнсө ҡат. Кишерҙе эре ҡырғыс аша үткәреп һалырға. Өҫтөнә майонез яғырға.
Дүртенсе ҡат. Сөгөлдөрҙө эре ҡырғыс аша үткәреп һалырға һәм майонез менән тигеҙләргә. Гранат емештәре менән биҙәргә мөмкин.
Табынға ҡуйыр алдынан ике сәғәттәй көтһәгеҙ, салат тағы ла нығыраҡ тәмләнәсәк.
“Иткә һәм йәшелсәләргә тоҙ һалмаҫҡа ла мөмкин, сөнки уларға барыбер майонездың тоҙо һеңәсәк”, – ти Илизә.
Фотолар: Илизә Түзбәкованың шәхси архивынан.