Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтендә ҡаланың эшлекле өҫтөнлөктәре тураһында һөйләнеләр. Шулай, яңы бәләкәй ҙәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына төрлө преференциялар эшләй. Был һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы буйынса бер процентлыҡ һалым, ер һәм мөлкәткә һалым юҡлығы, дәүләт һәм муниципаль мөлкәтенең бер квадрат метрын айына бер һумға ҡуртымға алыу.
Шулай уҡ Ағиҙелдә үҫешкән транспорт һәм энергетика инфраструктураһы, 450 гектарҙан ашыу промзона бар, буш торған етештереү, административ майҙандар һәм келәт биләмәләре бик күп.
Быларҙан тыш Ағиҙелдә балалар менән йәшәү уңайлы. Балалар баҡсалары һәм мәктәптәр, парктар күп.
http://бизнесвагидели.рф һылтанма буйынса белгес консультацияһын алыу һәм күберәк мәғлүмәт белеү өсөн ғариза ҡалдырырға була.