Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
12 Ноябрь , 17:00

Ҡаҙҙар ҡанат ҡағына

Бөгөн бында биш мең самаһы ҡаҙ аҫрала. Аҡ һәм һоро төҫтәге меңәрләгән ҡаҙҙың ашау урынына юлланыуын, икенсе ағымдың һыу буйына төшөүен, өсөнсө төркөмдөң “ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ” ҡысҡырып ҡанат ҡағыныуын мәҙәк күреп күҙәттек һәм ошо эште алып барған эшҡыуар менән әңгәмә ҡорҙоҡ. 

Ҡаҙҙар ҡанат ҡағына
Ҡаҙҙар ҡанат ҡағына

Халҡыбыҙ ноябрҙе ҡырпағай тип атаған. Тап ошо айҙа, ергә ҡырпаҡ ҡына ҡар ятыу менән, ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре башланған. Күңелле, матур мәл! Элегерәк кешеләр оя-оя ҡаҙ көтөп, уларҙы бәпләп-ҡарап бәпкәләр сығарып мәшәҡәтләнһә, бөгөн был шөғөлдө уңышлы алып барған эшҡыуарҙарыбыҙ бар. Шуларҙың береһе менән Туймазы районының Сәйрән ауылында таныштыҡ.

Ауыл янында урынлашҡан малсылыҡ фермаһы ҡасандыр үҙ йүнәлеше буйынса гөрләп эшләп торғандыр, ә бөгөн бында биш мең самаһы ҡаҙ аҫрала. Унда шәхси эшҡыуарҙар Рим Зөлфәт улы Фазлыйәхмәтов менән Айҙар Айрат улы Шәрифуллин етәкселегендәге ҡошсолоҡ фермаһы урынлашҡан. Аҡ һәм һоро төҫтәге меңәрләгән ҡаҙҙың ашау урынына юлланыуын, икенсе ағымдың һыу буйына төшөүен, өсөнсө төркөмдөң “ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ” ҡысҡырып ҡанат ҡағыныуын мәҙәк күреп күҙәттек һәм бер ыңғай Айҙар Айрат улы менән әңгәмә лә ҡорҙоҡ.

– Был эште 2007 йылда башлап ебәрҙек. Новосибирск ҡалаһынан ҙур булмаған инкубатор яҙҙырып алып, тәүге бәпкәләрҙе сығарып ҡараным, – ти Айҙар Айрат улы.

Әйткәндәй, ул һөнәре буйынса был тармаҡтан йыраҡ белгес була – Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған. Ҡошсолоҡ тармағына тотонғанға тиклем Туймазылағы училищела уҡытҡан.

“Үҙ эшемде асыу уйы электән да бар ине. Тәүәккәлләп, ошо ҡошсолоҡ тармағына тотондом”, – ти эшҡыуар. Әкренләп эштәр яйға һалына, етештереү күләме арта. 2018 йылда ауылдағы элекке малсылыҡ фермаһын һатып алып, һыу, электр тәьминәте йәһәтенән тейешенсә йыһазландырып алалар. Әлеге көндә бында ата һәм инә ҡаҙҙар аҫрала. Улар һалған йомортҡаларҙан Ҡандралағы инкубаторҙа бәпкәләр сығарыла. Уның ҡеүәте бер ыңғай дүрт мең бәпкә сығарыу мөмкинлегенә эйә. Эшҡыуарҙар Мәскәү өлкәһенә күмәртәләп һатыу эшен яйға һалған, быйыл Луганскиҙан да мөрәжәғәт иткәндәр. Әлбиттә, бәпкәләрҙе район, республика халҡына ла һаталар.

– Бер миҙгелдә яҡынса 100 мең самаһы ҡаҙ бәпкәһе сығарыла. Күпмелер өлөшөн ит өсөн үҫтереү маҡсатында үҙебеҙҙә ҡалдырабыҙ, башҡаһын сауҙаға тәҡдим итәбеҙ. Әлеге ваҡытта фермалағы айырым һарайҙа бер мең самаһы ҡаҙҙы һимертеүгә ҡуйғанбыҙ. Үҙебеҙҙең ҡош-ҡорт салыу цехын астыҡ. Ул бөтә талаптарға яуап бирә.  Йәрминкәләргә йөрөйбөҙ, ҡаҙҙарыбыҙҙы маҡтап һатып алалар. Шулай уҡ ҡош мамығын һатыу эшен дә яйға һалғанбыҙ. Киләсәктә ҡаҡланған ҡаҙ ите етештереүҙе ныҡлап үҙләштерергә ниәтебеҙ бар, – тип эш нескәлектәре хаҡында һөйләне Айҙар Айрат улы.

Сәйрән йүнселенең эште уңышлы ойоштороуға ҡағылышлы үҙ фекере бар. “Бурысҡа аҡса, кредит алыу яҡлы түгелмен. Алған табышты артабанғы үҫеш өсөн йүнәлтеп, хәләл көс менән тапҡанға таяныу дөрөҫтөр, тип һанайым. Шул саҡта эшең бәрәкәтле була”, – тине ул. 

Бөгөн ҡошсолоҡ фермаһында һигеҙ кешегә эш урыны булдырылған. Эшселәргә хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, туҡланыу ойошторолған. Айҙар Айрат улының тормош юлдашы Әлиә Зәкәриә ҡыҙы – һәр йәһәттән терәк һәм таяныс, етәксенең уң ҡулы.

Туймазының тырыш, уңған эшҡыуарына эшендә уңыштар, матур уй-ниәттәренең тормошҡа ашыуын теләп хушлаштыҡ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Ҡаҙҙар ҡанат ҡағына
Ҡаҙҙар ҡанат ҡағына
Ҡаҙҙар ҡанат ҡағына
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: