Бөгөн, 13 ноябрҙә, Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарының эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү өсөн яуаплы урынбаҫарҙары (бизнес-шерифтар) менән осрашты.
2019 йылда беҙҙә республика етәксеһе башланғысы менән муниципаль бизнес-шерифтар институты индерелде. Улар эшҡыуарлыҡҡа ярҙам системаһының мөһим өлөшөнә әүерелде һәм муниципаль иҡтисадтың тотороҡлоғона, дөйөм алғанда республиканың инвестиция ҡеүәтен тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индерә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
– Быйыл бизнес-шерифтар институтына – биш йыл. Минеңсә, ул үҙ маҡсатына өлгәште, – тине республика Башлығы. – Беҙ бергәләп етди көс һалдыҡ һәм билдәле бер һөҙөмтәләргә өлгәштек. Шул иҫәптән һеҙҙең эшегеҙ һөҙөмтәһендә Башҡортостан бөгөн Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы, шулай уҡ Рәсәй төбәктәрендә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәлелек рейтингы лидерҙары иҫәбенә инә. Әммә беҙҙең бурыс – өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмау һәм алға барыу.
Башҡортостан Башлығы урындарҙа эшҡыуарлыҡ берләшмәһе менән эште камиллаштырыу буйынса төп бурыстарҙы билдәләне.
– Иҡтисадты үҫтереү һәм инвестициялар йәлеп итеү – әһәмиәте буйынса махсус хәрби операцияға ярҙам итеүҙән ҡала икенсе бурыс. Һәм бының өсөн, тәү сиратта, бизнес эшмәкәрлеге өсөн шарттар, инвесторҙарҙың власҡа ышанысын булдырыу мөһим. Был йәһәттән беҙ ярайһы уҡ яҡшы кимәлгә сыҡтыҡ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Мин эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүләм, бизнесмендар менән шәхсән аралашам, “Инвестиция сәғәт”тәрен даими үткәрәм, унда хатта бәләкәй проекттарҙы ла тикшерәбеҙ. Һәм һеҙҙең йөҙҙә мин бындай эште муниципаль кимәлдә ойошторорға тейешле партнёрҙарҙы күрәм. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”н ни тиклем күберәк үткәрһәгеҙ, киләсәктә шул тиклем ҙур һөҙөмтәгә өлгәшерһегеҙ.
Һәр муниципалитет эшҡыуарҙар менән системалы эш алып барырға тейеш. Бының өсөн иң яҡшы биләмәләрҙең тәжрибәһен таратырға кәрәк. Был йәһәттән Радий Хәбиров Туймазы районын өлгө булараҡ телгә алды.
Осрашыу барышында муниципаль-ара кооперациялар конкурсында ҡатнашҡан инвестиция проекттары менән таныштырыу ҙа ойошторолдо. Артабан республика етәксеһе бизнес-шерифтарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Сара һуңында Башҡортостан Башлығы бизнес-шерифтарға һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Сығанаҡ: glavarb.ru