Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
21 Ноябрь , 18:30

Башҡортостан брендтарын арттырабыҙ

Был йәһәттән дәүләттән ярҙам саралары ла киң.  

Башҡортостан брендтарын арттырабыҙ
Башҡортостан брендтарын арттырабыҙ

Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ берлегенә ярҙам итеүгә арналған матбуғат конференцияһы үтте. Унда республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Алиса Ғибаҙуллина ла ҡатнашты. Үҙенең сығышында ул эшҡыуарлыҡҡа күрһәтелгән дәүләт ярҙамы тураһында һөйләне. Онлайн режимында республикабыҙҙың район һәм ҡалаларының киң мәғлүмәт саралары журналистары ла үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә алды.

Шулай уҡ “Башҡортостан брендтары” телешоу-конкурсының ойоштороусылары һәм еңеүселәре менән осрашыу ҙа бөгөнгө сараның төп маҡсаты ине. Был конкурс күптән түгел тамамланған. Проекттың маҡсаты – үҙебеҙҙең тауар етештереүселәрен һәм брендтарын танытыу. Журналистар әлеге матбуғат конференцияһында конкурс хаҡында тулы мәғлүмәт белде. Башҡортостандың үҫеш һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү фонды генераль директоры, телешоу-конкурстың авторы һәм ойоштороусыһы Элиана Сәйетова был хаҡта тулы мәғлүмәт еткерҙе. Конкурс республикабыҙҙың төрлө ҡала-райондарынан байтаҡ ҡатнашыусыларҙы йыйған. Еңеүселәр араһында ла төрлө төбәктәрҙән йүнселдәр булыуы республикабыҙҙа эшҡыуарлыҡтың йылдам үҫеүенең күрһәткесе.

Әйткәндәй, матбуғат конференцияһында  конкурстың “Креатив индустрия” номинацияһында еңеү яулаусы Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Инна Чикиндина ла ҡатнашты. Ул “Инна матур” ижади оҫтаханаһын ойошторған.

Инна Михайловна әйтеүенсә, ул аксессуарға, кейемдәргә ҡулдан художестволы биҙәк эшләү менән шөғөлләнә. Һөнәре буйынса ул профессиональ дизайнер-рәссам. Иң элек үҙе өсөн бындай кейемдәр эшләп ҡарай,  аҙаҡ таныштары ла оҡшатып, эшләп биреүен һорай. Шулай итеп уның эштәренә ихтыяж арта бара. Инна Михайловна тәүге осорҙа  үҙмәшғүл булараҡ хеҙмәт итә. Яйлап эшен киңәйтә. “Уникаллек – минең эштәремдең үҙенсәлеге”, – тине ул әңгәмәбеҙҙә.

Киләсәктә үҙенә хеҙмәткәрҙәр туплап, эшҡыуарлыҡтың яңы бейеклектәренә күтәрелергә яҙһын уға.

Автор фотоһы.

 

 

 

  

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: