Бөгөн Өфөнөң “БашЭкспо” күргәҙмә үҙәгендә “Беҙҙең бренд” халыҡ-ара фестивале асылды. Уның сиктәрендә ойошторолған “Ауыл хужалығы кооперацияһы. Үҫеш механизмдары” тигән республикабыҙҙың ауыл хужалығы кооперативтарының бишенсе съезы ла мөһим сараларҙың береһе булды.
Продукция етештереүселәренең күргәҙмәһе лә бай һәм төрлөлөгө менән иғтибарҙы йәлеп итте. Башҡортостандың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов күргәҙмәләрҙе ҡарап, унда ҡатнашыусылар менән аралашты. Йылдан-йыл күргәҙмәгә килеүселәрҙең күбәйеүе менән бер рәттән, уларҙың продукцияһын тәҡдим итеү алымы, биҙәлеше лә яҡшыра барыуын иғтибарға алды.
– Бөгөнгө күргәҙмәлә күп һәм бай продукция тәҡдим ителеүен күрҙек. Йылдан-йыл яңы төрҙәр өҫтәлә бара. Республикабыҙҙан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән дә ҡатнашыусылар булыуы сарабыҙҙы байыта. Был майҙансыҡ етештереүселәргә үҙҙәренең продукцияһын күрһәтеү, ә халыҡҡа танышыу, тәмләп ҡарау йәһәтенән отошло, – тип һөйләне Илшат Фәзрахманов.
Ысынлап та, күргәҙмә экспозицияһы бай булыуы менән һоҡландырҙы. Республикабыҙ район, ҡалаларынан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, хатта сит илдәрҙән дә тауар етештереүселәр булды.
Күргәҙмәне бигерәк тә икмәк-ҡалас ризыҡтарының төрлөлөгө менән йәмләп тороусы Дүртөйлө районы уңғандары янында туҡталдыҡ. Ошо райондың Иванаево ауылынан “Таң” сауҙа комплексы сифатлы ла, тәмле лә продукция етештереүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Шул уҡ ваҡытта продукцияларының биҙәлеше менән дә иғтибарҙы йәлеп итә. Икмәктең генә улар 10-дан ашыу төрөн бешерә, бәлештәренең дә һәр төрлөһө бар, үҙенсәлекле кондитер ризыҡтары ла күптән үҙ һатып алыусыларын тапҡан. Хеҙмәткәрҙәрҙең башҡа ҡалаларға, республикаларға сығып яңы тәжрибә туплап ҡайтыуҙары ла эштәренең ырамлы барыуына юл аса. Үҙҙәренең производство цехтары, сауҙа нөктәләре, кафелары бар.
Илештән килгән эшҡыуар Филүс Әйүповтың хәләл ризыҡтары күргәҙмәһе эргәһенән дә кешеләр өҙөлмәне. Улар 20-ләп төр билмән, манты һымаҡ итле ризыҡтар етештерә.
Ғөмүмән, төбәктә 445 ауыл хужалығы ҡулланыу кооперативы иҫәпләнә, уларҙың 25-е быйыл барлыҡҡа килгән. Ауыл хужалығы кооперациялары үҫеше темпы буйынса Башҡортостан алдынғылыҡты биләй. Быйыл 10 ай эсендә ауыл хужалығы кооперативтары 2,2 миллиард һумлыҡ продукция етештергән.
Артабан сараны ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының “Ауыл хужалығы кооперацияһы. Үҫеш механизмдары” тип исемләнгән бишенсе съезд дауам итте.
Унда һүҙ ауыл хужалығы кооперацияһы, агросәнәғәт комплексында хужалыҡ алып барыуҙың бәләкәй формалары үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде.
Башҡортостандың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов сит илдәр менән бәйләнеш булдырыу, уларға продукцияны һатыуҙағы талаптар тураһында ла әйтеп үтте.
“Рәсәйҙең сифат системаһы” автономлы коммерция булмаған ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары Александр Чумактың “Хәләл продукцияһы баҙарының төп йүнәлештәре һәм үҫеш перспективалары” темаһына арналған сығышы ла ҡыҙыҡлы булды. Ул бөгөнгә хәләл продукцияһының йылдам үҫеш алыуын билдәләне. Ҡулланыусылар менән бер рәттән етештереүселәрҙең дә артыуын әйтте.
Һут, һыу, эсемлектәр етештереүселәр союзының сифат, техник көйләү, стандартлаштырыу буйынса вице-президенты Людмила Хомич Рәсәйҙә был йәһәттән эштең яҡшы ойошторолоуын билдәләне. Шул уҡ ваҡытта һуттар етештереү өсөн үҙебеҙҙә йәшелсә, емеш-еләк үҫтереүҙе көйләү буйынса эшләнәһе бурыстарҙы атаны.
Сараның аҙағында махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам итеүгә ҙур өлөш индергән бер төркөм ауыл хужалығы кооперацияһы етәкселәре Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығының маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Автор фотолары.