Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
4 Декабрь , 22:15

Өфөлә бизнесты яуаплы алып барыу тәжрибәһе менән уртаҡлаштылар

Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә бизнесты яуаплы алып барыуҙың алдынғы тәжрибәләре менән Рәсәйҙең, шулай уҡ Башҡортостандың төрлө компаниялары һәм ойошмалары вәкилдәре уртаҡлашты. 

Өфөлә бизнесты яуаплы алып барыу тәжрибәһе менән уртаҡлаштылар
Өфөлә бизнесты яуаплы алып барыу тәжрибәһе менән уртаҡлаштылар

Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә бизнесты яуаплы алып барыуҙың алдынғы тәжрибәләре менән Рәсәйҙең, шулай уҡ Башҡортостандың төрлө компаниялары һәм ойошмалары вәкилдәре уртаҡлашты. Эксперттар үҙҙәренең предприятиеларында комплаенс-менеджерҙар индерә һәм файҙалана алырлыҡ етди кейстар хаҡында һөйләне.

Мәҫәлән, «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Коррупцияға ҡаршы көрәш үҙәгенең методологик һәм хоҡуҡи тәьминәтте координациялау бүлеге начальнигы урынбаҫары Александр Пожарский корпорация эсендә ғәмәлдә булған коррупцияға ҡаршы программа тураһында һөйләне.

Компания етәксеһе Валентина Попова һүҙҙәренсә, уларҙа ойошманың экосистемаһын булдырыуға йүнәлтелгән 200-ҙән ашыу проект булдырылған.

Ҡаҙағстан Республикаһының Стандартлаштырыу һәм сертификациялау ғилми-техник үҙәге директоры Айжан Туйтыбаева хәбәр итеүенсә, ул эйә булған белемдең бер йүнәлеше – «Психология». Йыш ҡына, компанияла эш стандартын индергәндә, уға кешеләр менән һөйләшергә һәм хәүефтәрҙе асыҡларға кәрәк. Психолог һөнәре тап ошоға ярҙам итә лә инде.

Екатерина Никитинская үҙ сығышында билдәләүенсә, уларҙың Советы 2017 йылда компанияларҙың конкурентлыҡҡа һәләтлеге буйынса глобаль рейтингын күтәреү буйынса план сиктәрендә булдырылған.

Мәскәү сауҙа-сәнәғәт палатаһының Компаенсты һәм эшлекле этиканы үҫтереү буйынса комитетының яуаплы секретары Дарья Афанасьева палатаның бизнес-берләшмә өсөн комплаенс-саралар уҙғарыу өлкәһендәге тәжрибәһе хаҡында һөйләне.

Сығанаҡ: ibw-bashkortostan.com

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: