Йүнселдәр менән осрашҡан һайын уларҙың тырышлығы, тәүәкәллеге, уңғанлығы, эште ойоштора белеүҙәре, хеҙмәт урындары булдырыуы һоҡланыу тыуҙыра. Ишембай районына командировкаға барғанда “Ярский” ярымфабрикаттар предприятиеһы хужалары – Айгөл менән Илгиз Ваһаповтарҙың ғаиләһе менән танышыу ҙа тик ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы.
– 2011 йылда эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башланыҡ. Иттән ярымфабрикаттар етештереүебеҙҙең сәбәпсеһе лә бар – атайым Айҙар Әмир улы Тимерәшовтоң “Уңыш” предприятиеһы сусҡа үрсетә, ә беҙ ярымфабрикаттар етештерәбеҙ. Итте эшкәртеп һатыу отошло булғас, тормош иптәшем Илгиз Фәрит улы менән ошо шөғөлгә тотондоҡ та инде, – тине Айгөл Айҙар ҡыҙы.
Шөғөлдәрен райондың Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында ҙур булмаған цех асып, өс төрҙәге билмән эшләүҙән башлайҙар. Бер ҡушымтаһыҙ – иттән генә эшләнгән сифатлы ризыҡҡа һорау булғас, яйлап тауар төрлөлөгөн арттыралар, предприятиелары ла үҫә. Был иһә артабан етештереүҙе киңәйтеүгә сәбәпсе була. 2023 йылда Ишембай ҡалаһындағы ташландыҡ хәлдәге бинаны һатып алып, биш айҙа ремонтлап, сентябрҙә сафҡа индергәндәр.
Бөгөн предприятиела билмән, манты, хинкали, ваҡ бәлеш, өсмөйөш, кәтлит, фрикаделька, тефтель, ҡурыу өсөн ваҡ колбаса, краб колбасаһы, тоҙланған сало кеүек ризыҡтарҙың 30-ҙан ашыу төрөн етештерәләр.
– Ишембайҙа ике магазиныбыҙ бар. Шулай уҡ тауарыбыҙҙы Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында, Ишембай, Ғафури райондарында һаталар. Айына өс тоннанан ашыу ярымфабрикат етештерәбеҙ. Әле цехта ундан ашыу кеше эшләй. Ҡыҙҙарҙы Яр-Бишҡаҙаҡтан, Урман-Бишҡаҙаҡтан үҙебеҙ йөрөтәбеҙ. Тағы ла биш кешене эшкә урынлаштыра алабыҙ. Тауарға ихтыяж артҡан осраҡта, сменалап эшләргә лә мөмкин.
Эште еңелләштереү маҡсатында яңы технологиялар индерәбеҙ. Мәҫәлән, яңыраҡ ике миллион һумға ҡамыр йәйгес ҡорамал һатып алдыҡ. Быҡтырылған ит (тушенка) етештерә башланыҡ. Баҙарҙа көнәркәшлек көслө, шуға күрә лә үҙебеҙҙең абруйҙы, сифатты һаҡларға тырышабыҙ – барлыҡ етештерелгән аҙыҡ-түлек тәбиғи ауыл хужалығы продукттарынан тора. Сусҡа итен – атайымдан, ә һыйыр итен мал һуйыу пункттарынан алабыҙ. Сеймалға ҡытлыҡ юҡ, тик иткә хаҡ ҡиммәт, – тине Айгөл Айҙар ҡыҙы.
Сифатты беренсе урынға ҡуйған предприятие республика кимәлендә уҙғарылған “Башҡортостан тауары” кеүек күргәҙмәләрҙә, фестивалдәрҙә әүҙем һәм ҡыйыу ҡатнаша. “Беҙҙең бренд” фестивалендә I дәрәжә дипломға, алтын миҙалға лайыҡ булғандар.
Эшҡыуарҙар район тормошонан да ситтә ҡалмай, төрлө акциялар ойоштора, махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә гуманитар ылау туплауҙа ла ярҙам итә. Шулай уҡ Яңы йыл байрамы алдынан балалар баҡсаһына бүләктәр алып баралар, улдары Айгиз уҡыған мәктәпкә лә әйбер алып биреп торалар.
“Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән” ти халыҡ мәҡәле. Был һүҙҙәр тап Ваһаповтар ғаиләһенә төбәп әйтелгән кеүек. Айгөл Айҙар ҡыҙы Ишәй ауылында тыуып үҫкән, 2000 йылда ата-әсәһе Яр-Бишҡаҙаҡҡа күсә. Ҡыҙ Ишембай ҡалаһындағы 2-се башҡорт гимназияһында белем ала, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтын тамамлай. “Юрист дипломын алғас, 2010 йылда судта эшләп ҡараным, оҡшаманы. Тормош иптәшем менән ошо шөғөлгә тотондоҡ. Бала саҡтан эшләп үҫтек, әней менән өс һыйыр һауа инем, шуға күрә лә икеләнеү булманы”, – тине Айгөл Айҙар ҡыҙы.
Ғаилә башлығы Илгиз Фәрит улы ла ошо уҡ райондың Верхотор ауылында тыуған, VII кластан ҡалала йәшәй, ул да 2-се башҡорт гимназияһында белем алған. Башҡортостан дәүләт аграр университетында итте эшкәртеү технологына уҡып сыҡҡан, шуға күрә лә ул предприятиела итте эшкәртеү эшен үҙе ойоштора.
Айгөл менән Илгиз Ваһаповтар студент йылдарында уҡ дуҫлашып өйләнешкән, уҡып бөткәс, Ишембайҙа төпләнгәндәр.
Айгөл Айҙар ҡыҙынан: “Ишембайға ҡайтҡаныңа үкенмәйһеңме?” – тип һораным. “Юҡ, Өфөлә ҡалыу мөмкинлеге бар ине, әммә унда оҡшаманы. Үҙебеҙҙең Ишембайҙа һәйбәт. Ҡайҙа тыуғанһың, шунда файҙаһы тейгән, тип әйтәләр түгелме?!” – тине.
Эйе, уңғандар һәр ҡайҙа ла үҙ урынын, шөғөлөн табып, матур итеп йәшәй. Әҙ һөйләп, оло эштәр башҡарған ошондай эшлекле йәштәребеҙ күберәк булһын.
Рәмилә Мусина фотолары.