25 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Йәш эшҡыуарҙары форумында ҡатнашыусылар менән осрашты. Сара Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркы майҙансығында үтте һәм 35 йәшкә тиклемге 300-гә яҡын эшҡыуарҙы, шулай уҡ Рәсәй Мәғариф Һәм фән министрлығы менән берлектә Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды ойошторған «Студент стартапы» федераль грант конкурсы еңеүселәрен берләштерҙе.
2024 йылда Башҡортостан студенттарының 120 инновацион проекты еңеүсе булған, улар берәр миллион һумлыҡ гранттар алған. Хупланған стартап-проекттар һаны буйынса республика Рәсәйҙә дүртенсе урынды биләй.
Көн дауамында йәш эшҡыуарҙар үҫеш институттары вәкилдәре, бизнес лидерҙары менән аралашты, тәжрибә уртаҡлашты, ғәмәлдәге ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт ала алды. Осрашыуҙы асып, Башҡортостан Башлығы форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.
- Тәү сиратта, махсус хәрби операция бурыстарын үтәгән яугирҙәребеҙгә ярҙам иткәнегеҙ өсөн ихлас рәхмәт белдерәм. Һеҙҙең ярҙамығыҙ бик кәрәк. Ул йәшәргә, иҫән ҡалырға, еңергә ярҙам итә. Бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. - Республика Башлығы вазифаһында эшләүемдең тәүге көнөнән үк бизнес өсөн шарттар булдырырға тырышам. Беҙ эшҡыуарҙар берләшмәһе һәм властар араһында коммуникациялар төҙөйбөҙ. Минеңсә, был йәһәттән бик һөҙөмтәле инструмент булып бизнес-шәрифтәр институты тора, уның потенциалы әле тулыһынса тормошҡа ашырылмаған, тип ышанам. Минең принципиаль ҡарашым - дәүләт ҡулында булған бөтә ресурстарҙың эшләүе.
Осрашыу Башҡортостан Башлығының Форумда ҡатнашыусылар менән диалог форматында дауам итте. Балтас районынан шәхси эшҡыуар Әлмир Хәйҙәршин ауыл хужалығы эшкәртеүселәренә ярҙам саралары менән ҡыҙыҡһынды. Ул муниципалитет биләмәһендә йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә уңайлыраҡ шарттар булдырырға ынтылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм 2025-2026 йылдарҙа ауылда бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү пландары менән ҡыҙыҡһынды. Башҡортостан Башлығы республикала иҡтисадтың был өлкәһендәге предприятиеларға ярҙам итеү сараларының ярайһы уҡ күп булыуын билдәләне. Ишембайҙан ҡатын-ҡыҙ кейеме етештереү менән шөғөлләнгән Ришат Хәсәнов Радий Хәбировҡа еңел сәнәғәт өлкәһендә урындағы етештереүселәргә ярҙамды киңәйтеү, шул иҫәптән махсуслаштырылған күргәҙмәләр үткәреү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте. Башҡортостан Башлығы республикала йылына 250 миллион һум бюджет менән еңел сәнәғәткә ярҙам итеү буйынса махсус программа ғәмәлдә булыуын билдәләне. Бынан тыш, Радий Хәбиров йыл һайын Өфөлә иҡтисадтың был тармағы өсөн күргәҙмәләр үткәрелеүе хаҡында һөйләне һәм эшҡыуарға саралар календары менән танышырға тәҡдим итте.
Туймазы «Лисикус» балалар үҫеш үҙәге-баҡсаһы директоры Милана Чухнина төбәктә шәхси белем биреү учреждениеларына ниндәй ярҙам саралары барлығы менән ҡыҙыҡһынды. Башҡортостан Башлығы бындай проекттарҙы үҫтергән эшҡыуарҙарға рәхмәт әйтте һәм был өлкәлә алып барылған эштәр хаҡында һөйләне. Тағы бер мәсьәлә мәктәп уҡыусыларының бизнес-әүҙемлеген үҫтереүгә ҡағылды. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар төбәк етәксеһенең бындай белем биреү проекттарына нисек ҡарауы менән ҡыҙыҡһынды. Осрашыуҙа шулай уҡ йәш эшҡыуарҙарға ярҙам саралары тураһында һорау бирҙеләр, айырыуса IT-өлкәлә. Төбәк башлығы һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында уҡыған йәштәр менән системалы эш ойошторолоуы хаҡында һөйләне. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы йәш эшҡыуарҙар менән бизнесҡа грант ярҙамы, ауыл ипотекаһы һәм дәүләт учреждениелары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың күбеһе бизнесты үҫтереү өсөн ер участкаларын бүлеү һәм рәсмиләштереү буйынса һорауҙар бирҙе. Һүҙ шул иҫәптән ерҙәрҙе тейешле маҡсатлы категорияларға күсереү тураһында бара.
– Муниципалитеттар был өлкәне федераль көйләү сиктәрендә кәрәкле юридик процедуралар үткәрә алһын өсөн ауыл райондарына ер төҙөлөшө эштәре өсөн аҡса бүләсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров. - Райондарҙа йыш ҡына был эшкә аҡса етмәй, шуға күрә был йәһәттән беҙ билдәле бер ресурстарҙы күҙ уңында тоттоҡ.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына осрашыуҙа ҡатнашыусылар менән берлектә ер участкалары алыуҙың хәл ителмәгән мәсьәләләрен өйрәнергә ҡушты. Фекер алышыуға йомғаҡ яһап, төбәк етәксеһе эшҡыуарҙар берләшмәһенә төплө һөйләшеү өсөн рәхмәт әйтте һәм бөтә ошо йөкләмәләрҙе һәм яңғыраған һорауҙарҙы мотлаҡ эшкә аласаҡтарын билдәләне.
Осрашыу аҙағында төбәк Башлығы дәүләт наградаларын һәм «Башҡортостан Республикаһының ирекмәне» почет билдәләрен тапшырҙы. Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы илдең хәҙерге үҫеш этабында бизнестың мөһим ролен билдәләне. "Эшҡыуарҙар менән даими осрашырға, аралашырға кәрәк. Улар беҙгә бик күп һорауҙар бирә. Шул уҡ ваҡытта бөгөн һөҙөмтәле коммуникация ҡоралдары, үҙ-ара эш итеү - муниципалитет башлыҡтары, бизнес-шәрифтәр бар, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Дөйөм алғанда, быйыл беҙ эшҡыуарҙар менән әүҙемерәк эшләргә ниәтләйбеҙ. Мин бизнес-берләшмәнең торошон тәрән анализларға теләйем. Уның вәкилдәрен ниндәй темалар борсоуын, ярҙам сараларының һөҙөмтәлелеген аңлау мөһим. Бергәләп булған мәсьәләләрҙе хәл итәсәкбеҙ".
Фото: glavarb.ru