Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
17 Февраль 2025, 15:15

Бөтә күрһәткестәр ҙә үҫкән

Радий Хәбиров бизнес берләшмә менән даими осрашыуҙар уҙғарыу пландары хаҡында әйтте. 

Бөтә күрһәткестәр ҙә үҫкән
Бөтә күрһәткестәр ҙә үҫкән

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә 2024 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү йомғаҡтары тикшерелде.

– 2025 йыл башына Башҡортостанда 142 мең самаһы бәләкәй һәм урта бизнес субъекты эшләй – ул былтырғыға ҡарағанда 4,3 процентҡа күберәк. Бынан тыш, үҙмәшғүлдәр һаны 41,3 процентҡа артҡан, улар яҡынса 263 мең, – тип хәбәр итте республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Эшҡыуарлыҡты үҫтереү – иҡтисад торошоноң мөһим күрһәткесе. 2024 йылда бәләкәй һәм урта бизнес 593 меңдән ашыу кешене эш менән тәьмин иткән. Йыл йомғаҡтары буйынса иҡтисадтың ошо сегменты республика ҡаҙнаһына 22 миллиард һум һалым түләгән.

Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү күрһәткестәренең үҫешенә дәүләт ярҙамы саралары арҡаһында өлгәшелде. Былтыр бизнесҡа ярҙамға 1 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән, шул иҫәптән 445 миллион һум – “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты сиктәрендә. Шулай уҡ бәләкәй һәм урта предприятиелар субсидияларға, займдарға һәм гранттарға эйә, муниципаль бизнес-шерифтар һәм “Минең бизнесым” үҙәктәре эшләй.

Башҡортостан Башлығы эшҡыуарлыҡ үҫешендә ыңғай динамиканы билдәләне һәм бизнестың төбәктең идара итеү командаһы менән тура диалогының мөһимлеген билдәләне.

– Бөтә мөһим күрһәткестәр ҙә тиерлек үҫте. Ләкин эшҡыуарҙарҙың хәлен яҡшыраҡ аңлау өсөн Башҡортостандың бизнес-берләшмә вәкилдәре менән даими осрашыуҙар үткәрә башлайбыҙ, - тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас