Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
7 Март 2025, 18:10

Конкурсантыбыҙ – уңышлы эшҡыуар!

Туризм буйынса үҙенең эшен асҡан ул.

Конкурсантыбыҙ – уңышлы эшҡыуар!
Конкурсантыбыҙ – уңышлы эшҡыуар!

8 Март – ҡатын-ҡыҙҙар  байрамы уңайынан гәзитебеҙҙең  Бәйләнештә төркөмөндә иғлан ителгән “Донъя биҙәге” конкурсында ҡатнашыусы йәнә бер гүзәл ханым менән таныштырабыҙ.  Илеш районынан эшҡыуар  Алиса Гәрәева 10 йыллап туризм өлкәһендә хеҙмәт итә. Уның етәкселегендә “Колумб” исемле туризм агентлығы район кешеләренә Рәсәйҙең генә түгел, башҡа илдәрҙең дә матурлығын күрергә булышлыҡ итә.

Күптән түгел Алиса Ринат ҡыҙы үҙенең ғаиләһе менән бөткән Ҡыҙыл Күс ауылында участкалар һатып алып, унда яңы, заманса ял базаһын төҙөргә ҡарар итә. Тормош иптәше Ринат Рәфитйән улы менән бергәләп, туғандарының һәм дуҫтарының ярҙамы менән, шулай уҡ “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектында ҡатнашып, бер йыл эсендә ял базаһы барлыҡҡа килтерәләр.

Төҙөлөшкә тигән ҙур майҙан Гәрәевтәрҙең  тырышлығы менән сүп-сарҙан таҙартыла, электр үткәрелә, ял өсөн уңайлы йорттар барлыҡҡа килә. Хәҙер был ял базаһы илдең төрлө төбәктәренән ял итеүселәрҙе ҡабул итә.

Алиса Ринат ҡыҙының тырыш хеҙмәтен баһалаған дипломдар, грамоталар ҙа байтаҡ. Туризм өлкәһендә туҡтауһыҙ үҙенең белемен камиллаштыра, тармаҡтың сараларында ла әүҙем ҡатнаша.  

“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” – “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” Президент платформаһы конкурсында ярымфиналға тиклем етә. Унда ул үҙенең юғары компетенция кимәлен күрһәтә. Былтыр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән бизнес берләшмәнең осрашыуына ла саҡырыу ала. Унда төбәктә туризм һәм эшҡыуарлыҡ үҫеше һорауҙары ҡарала. Был сара ваҡытында Алиса Гәрәева эшҡыуарлыҡ үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.

Ғаиләһе менән дә бәхетле конкурсантыбыҙ. Гәрәевтәр ғаиләһендә Алтын исемле ҡыҙ һәм Арслан исемле ул тәрбиәләнә.

Фото: Гәрәевтәр ғаиләһе архивынан.

 

 

  

 

Конкурсантыбыҙ – уңышлы эшҡыуар!
Конкурсантыбыҙ – уңышлы эшҡыуар!
Конкурсантыбыҙ – уңышлы эшҡыуар!
Конкурсантыбыҙ – уңышлы эшҡыуар!
Конкурсантыбыҙ – уңышлы эшҡыуар!
Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас