Башҡортостан эшҡыуарҙары берләшмәһе вәкилдәренең 80 проценттан ашыуы муниципаль бизнес-шәрифтәрҙең эшмәкәрлеген юғары баһалай. Был хаҡта бөгөн оператив кәңәшмәлә эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко хәбәр итте. Башҡортостан эшҡыуарҙарының хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил үткәргән һорау алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, респонденттарҙың 81,4 проценты бизнес-шәрифтәрҙең эшен ыңғай баһалаған. Шул уҡ ваҡытта уларҙың ярҙамын һорау алыусыларҙың һәр өсөнсөһө ала.
– Бизнес-шерифтәрҙең бизнес менән үҙ-ара эш итеүе һәр муниципалитетта аҙна һайын уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре”нән башлана, – тине Зөһрә Гордиенко. – 2019 йылдан 2024 йылға тиклем республикала бөтәһе 17 меңдән ашыу ошондай ултырыш үтте. Уларҙа 24,3 мең проект ҡаралған. Һөҙөмтәлә муниципалитеттар биләмәһендә инвестициялар күләме 117,5 миллиард һум тәшкил иткән һәм 28 мең эш урыны булдырылған 12 мең самаһы башланғыс тормошҡа ашырылды.
Тормошҡа ашырылған проекттар һаны буйынса лидерҙар иҫәбендә министр Сибай, Нефтекама, Ҡырмыҫҡалы, Борай һәм Учалы райондарын билдәләне.
Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы даими нигеҙҙә бизнес-шәрифтәрҙең эшмәкәрлеген анализлай. “Идара итеү” дәүләт автоматлаштырылған системаһы нигеҙендә төҙөлгән рейтинг 13 эш күрһәткестәрен иҫәпкә ала. Улар иҫәбендә – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының, шулай уҡ үҙмәшғүлдәрҙең артыуы, муниципаль бюджеттарға һалымдар килеүе, гранттар һәм микрозаймдар алыу динамикаһы, тормошҡа ашырылған проекттар һаны.
2024 йыл йомғаҡтары буйынса рейтинг лидерҙары – Нефтекама (“Ҡала округы” категорияһында), Туймазы (“Ҡала биләмәһе менән муниципаль райондар” категорияһында) һәм Асҡын (“Ауыл биләмәләре менән муниципаль райондар” категорияһында) райондары.
Бизнес-шәрифтәрҙең бәйләнеш мәғлүмәттәре Башҡортостандың Инвестиция порталында, шулай уҡ республика муниципалитеттарының рәсми сайттарында урынлаштырылған.
Радий Хәбиров ҡала һәм район башлыҡтарының профилле урынбаҫарҙарының инвесторҙар менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүен билдәләне.
– Бизнес-шәрифтәр институты Башҡортостанда биш йылдан ашыу эшләй. Улар эшҡыуарҙар менән эшләгән бик әүҙем кешеләр, – тине ул. – Был беҙҙең кадрҙар резервы ла – ҡайһы бер белгестәр республика муниципалитеттарын етәкләне.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.