Атаһынан күргән уҡ юнған, әсәһенән күргән тун бескән, ти халыҡ мәҡәле. Был һүҙҙәр тормош тәжрибәһенән сығып әйтелгән. Мәскәү, Санкт-Петербургтан төрлө әйбер тегеүгә заказдар ҡабул иткән Ләйсән Ишмөхәмәтова ла бала саҡта тәүге ҡул эше һабаҡтарын әсәһе менән өләсәһенән алған.
– Бала саҡтан тегенә инем, ҡурсаҡтарға кейемдән башланым. Әсәйемдең ҡул теген машинаһын күп тапҡыр ваттым. Мине бының өсөн бер ҙә әрләмәнеләр, кире эшләп бирәләр ине. Әсәйем һәр саҡ беҙгә күлдәк, комбинезон, кофта кеүек кейемдәрҙе үҙе тегеп, матур итеп кейендерә ине. Үҙегеҙ беләһегеҙ, 90-сы йылдар – бөтә әйбергә лә ҡытлыҡ булған заман. Ғайзамал өләсәйемдән оҫталыҡҡа өйрәндем. Ул ойоҡ, бейәләй бәйләгәндә ҡарап ултыра торғайным. Әсәйем дә ҡул эшенә маһир булды. Кофта-свитер, бейәләй, ойоҡ кеүек әйберҙәрҙе күп бәйләне, – ти Ләйсән Суфиян ҡыҙы.
Ләйсән матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Белорет районының Ҡаһарман ауылында тыуып үҫкән. Уның ата-әсәһе Гөлсинә менән Суфиян Ишмөхәмәтовтар – ауылдың абруйлы кешеләре. Уңған, өлгөлө ғаилә ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша. Суфиян Нәғимйән улы – бер нисә саҡырылыш ауыл советы депутаты. Гөлсинә Шәйәхмәт ҡыҙы йорт хужабикәһе булһа ла, барлыҡ сараларҙың башланғысында йөрөй. Тәүҙә – ауыл мәктәбендә, VII – IX кластарҙы – Сермән урта мәктәбендә, ә X – XI кластарҙы Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында белем ала. Һуңынан Өфө дәүләт авиация техник университетында иҡтисад йүнәлешендә уҡыуын дауам итә. 2012 йылда юғары белемле белгес хеҙмәт юлын банкта башлай. Ике йылдан һуң ғаилә ҡора, һуңынан декрет ялына сыға. Ошо мәлдән тегеү шөғөлөнә ныҡлап ылығып китә.
– Балаға уҙғас, ойоҡ бәйләп һаттым. “Ауырлы кешегә бәйләргә ярамай” тигән ырым булғас, был шөғөлөмдө ташлап, тегенә башланым. Интернеттан курстарҙы ҡараным, үҙем дә төрлө моделдәр уйлап табырға яраттым, – ти Ләйсән Суфиян ҡыҙы.
Оҫтабикә III курста уҡығанда уҡ теген машинаһы һатып алып, үҙенә блузка, юбка кеүек өҫ кейемдәрен тегеп кейгән. Декрет ялында булғанда заказ буйынса балалар өсөн түшәк кәрәк-ярағы тегә башлай.
– Ул саҡта “Wildberries”, “Оzоn” булманы, клиенттарҙы интернет селтәре аша таптым. Заказдар күп булды. Тик ултырғансы, өҫтәмә килем булһын, тип уйланым, – ти ул.
Бер-бер артлы тыуған ике бала менән декрет ялында булғандан һуң, Ләйсән рәсми эшкә сығырға теләмәй. Етмәһә, ул эшләгән банк та ябыла, ә икенсе урынды эҙләргә теләге булмай. Сабыйҙары ла йыш сирләп йонсота, шуға ла балаларҙы ҡарап өйҙә ултырырға һәм эшләргә ҡарар итә.
Инде ярайһы уҡ танылған йәш тегенсегә заказдар төрлө яҡтан, шулай уҡ элекке клиенттарынан да килә. Күберәк күлдәктәр тегә, бер банк өсөн шарфтар ҙа бәйләй. Үҙмәшғүл тураһында закон ҡабул ителгәс, ошо системаны өйрәнеп, эшен рәсми рәүештә теркәй. Тәүҙә фатирҙа эшләй, һуңынан Өфөлә ателье өсөн бер бүлмәне ҡуртымға ала.
Шәхси тормошонда үҙгәрештәр булғас, ул 2023 йылда балалары менән Белорет ҡалаһына күсеп ҡайта, ә клиенттары Өфөлә ҡала. Был мәлдә ул Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан да заказдар ҡабул итә. Әммә Ләйсән Белоретта ла юғалып ҡалмай, элекке клиенттары менән дә эште дауам итә, яңылары ла табылып тора.
– Мәскәү, Санкт-Петербургта кейем тегеү күпкә ҡиммәт, шуға ла улар миңә мөрәжәғәт итә. Улар тәүҙә күлдәктәргә заказ бирҙе, хәҙер иһә үҙҙәре теләгән әйберҙе минән тектереп ала. Әлеге мәлдә Мәскәү заводынан килгән ҙур заказ буйынса эшләйем – ҡорамалдар өсөн тышлыҡтар тегәм. Улар мине баш ҡалалағы клиенттарым аша тапты. Быға тиклем ҡытайҙар менән эшләгән булғандар, хәҙер үҙебеҙҙең илдең етештереүселәре менән хеҙмәттәшлек итәләр, – ти һөнәрмән.
Оҫтаның даны тиҙ тарала, тигән әйтем бар халыҡта. Яҡшы тауарҙан тегелгән сифатлы кейемдәргә, әйберҙәргә өҫтөнлөк биргән кешеләр ҙә Ләйсән Ишмөхәмәтованы таныш-белештәре, интернет селтәре аша үҙҙәре эҙләп таба. Ул шәхси заказдар буйынса ла эшләй, шулай уҡ предприятиелар менән дә хеҙмәттәшлек итә. Барлыҡ заказдарға ла ҡурҡмай тотона.
Ысынлап та, ул теккән әйберҙәргә ихтыяж ҙур. Үҙе лә бер урында тапанмай, яңы технологияларҙы әүҙем ҡуллана. Мәҫәлән, һүрәт баҫҡан принтеры бар, шуға ла һәр әйберҙе тауарҙан алып һуңғы төйөнөнә тиклем үтәү мөмкинлегенә эйә. Бының өсөн уның һигеҙ төрлө теген машинаһы бар. Предприятиелар өсөн брендлы махсус кейемдәр ҙә тегә – костюм, бишмәт, комбинезон һәм башҡалар. Шулай уҡ ул: “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемен дә тегергә яратам”, – ти.
– Бар нәмәне лә беҙҙең кеүек кешеләр атҡара бит, тимәк, мин дә булдыра алам, тип төрлө әйберҙәр буйынса ла заказдар алам. Күпселек осраҡта заказсы әҙер өлгө ебәрмәй, нимә кәрәклеген генә әйтә. Бындай мәлдә үҙем моделен уйлап табам, ҡыҙыҡлы, матур, үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫлыҡ булһын өсөн тырышам. Яңыраҡ сит илдән ҡатын-ҡыҙ күлдәгенә ҙур заказ алдым. Ул да моделде уйлап табып, туҡыма һайлауҙы минең ҡарамаҡҡа ҡуйҙы, – ти оҫтабикә.
Ләйсән Суфиян ҡыҙы әлеге ваҡытта Белорет ҡалаһында К. Маркс урамындағы 51-се йортто ҡуртымға алып, шунда эшен алып бара. Хыялы – киң йүнәлештә эшләгән ателье асыу.
– Һәр саҡ сифатлы туҡыманы файҙаланам. Шуға ла уларҙы рулонлап һатып алам, сөнки кешегә үҙенә оҡшаған тауарҙы урында һайлауы уңайлы. Миндәге туҡыманан заказ булһа, әйберҙең хаҡы ла күпкә осһоҙораҡҡа төшә. Түшәк кәрәк-ярағына, тәҙрә ҡорғандарына шәхси заказдар алам, – ти ул.
Ҡыҙы Камилла биш йәшендә ҡурсағына күлдәктәр тегә башлаған, әле иһә ун йәшлек бала беселгән әйберҙе тулыһынса тегә ала. Ул үҙенә күлдәк, футболка, кофта кеүек әйберҙәрҙе лә хәстәрләй. Беренсе класта уҡыған улы Таһир ҙа ҡайһы саҡта әсәһенең шөғөлөнә ҡыҙыҡһыныу белдерә, әммә малай кешегә барыбер спорт нығыраҡ яҡын.
“Атай-әсәйем финанс һәм рухи яҡтан ярҙам итә”, – ти оҫтабикә. Әйткәндәй, Ләйсәндең ата-әсәһе ирекмәнлек менән әүҙем шөғөлләнә. Уларҙан күреп, ул да был изге эшкә ҡушылған – мөмкинлек булғанда махсус хәрби операцияға ярҙам итә, яңыраҡ яугирҙәргә бушлай кофталар тегеп биргән. “Ваҡыт әҙ булғас, бындай заказдар буйынса төндә ултырам”, – ти ҡатын.
Нәзәкәтле, һылыу Ләйсәнгә балаларҙы үҫтереү, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү, шул уҡ ваҡытта шөғөлөн үҫтереү буйынса күп эшләргә, тырышырға тура килә. Әммә тормошҡа зарланмай, ауырлыҡтарҙы еңеп, алға барыуын дауам итә, сөнки ул яратҡан балалары өсөн тырыша. Ошондай көслө рухлы гүзәл заттарыбыҙ күберәк булһын, ә Ләйсәнгә уңыштар теләйбеҙ!
Фото: ләйсән Ишмөхәмәтованың ғаилә архивынан.