Ошо көндәрҙә төбәк Башлығының үҙ продукттарын һәм хеҙмәттәрен монетизацияларға теләгән ижадсылар менән тәүге кәңәшмәһе үтте. Унда ҡатнашыусылар ижади индустрияларҙы үҫтереү өсөн ниндәй инфраструктура булдырырға кәрәклеге, министрлыҡтар, ведомстволар һәм муниципалитеттар ниндәй ярҙам күрһәтәсәге хаҡында фекер алышты.
Тиҙҙән ошо өлкәлә тормошҡа ашырылған проекттарҙың аудиты үтәсәк һәм "ижади" эшҡыуарҙар реестрын булдырасаҡтар.
"Был йүнәлештең потенциалы ҙур, айырым тармаҡтар өсөн дәүләт ярҙамы саралары ла бар. Хәҙер беҙҙең бурыс - был эште системалаштырыу", - тине Радий Хәбиров.
Бындай кәңәшмәләр даими үткәреләсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, апрелдә республикала Креатив индустриялар советы раҫланды, ә 8 августа беренсе тапҡыр Креатив индустриялар көнө билдәләнәсәк.
Фото: Башинформ (Олег Яровиков)