Эшҡыуарлыҡ аҙналығының икенсе көнө “Креатив индустрияла старт” акселерация программаһынан башланып китте. Ул үҙенә онлайн-форматта 200-ҙән ашыу кешене йыйҙы. Был сара “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына ярашлы ойошторолдо.
-Бөгөнгө көндә Башҡортостандың мәҙәни мираҫы яңы продукттар һәм хеҙмәттәр булдырыу өсөн нигеҙ булып тора. Боронғо тарих, йолалар, тәбиғәт байлыҡтары креатив эшҡыуарҙар эшендә лә сағыла, төбәктең уникаль бренды булдырыла. Әле беҙ төбәктә иҡтисадтың креатив секторына ярҙам инфрастуктураһын формалаштырыуҙы дауам итәбеҙ. Был белем биреү программаһы ижади берләшмә вәкилдәренә идеянан уңышлы бизнес проектҡа күсергә булышлыҡ итә, - ти төбәктең иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Эшҡыуарлыҡ аҙналығының икенсе көнөнөң эшлекле программаһы Стартап-студия эше менән тамамланды. Был уникаль майҙансыҡ бизнес-идеялар авторҙарын потенциаль инвесторҙар, банктар, ярҙам институттары менән берләштерҙе.
Йәш һәм креатив эшҡыуарҙар биш бизнес-проекттар күрһәтте.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.