Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
28 Июль 2025, 20:45

Юлсылар ҡәнәғәт булһын өсөн

Юл буйҙарында улар өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыла.

Юлсылар ҡәнәғәт булһын өсөн
Юлсылар ҡәнәғәт булһын өсөн

Республикабыҙ автомобиль юлдарында сервис үҫеше яҡшырһын өсөн даими саралар күрелә һәм улар иғтибар үҙәгендә тотола.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала яҙмаһы менән уртаҡлашты:

-Башҡортостан автомагистралдәрендә сервисты яҡшыртыу буйынса эште айырым контролдә тотам. Беҙ юл эргәһендәге сервис үҫеше концепцияһына ярашлы эшләйбеҙ. Бөгөн оператив кәңәшмәлә уның һөҙөмтәһен барланыҡ. Быйыл беҙ 139 яңы объект төҙөргә һәм 144 объектты модернизацияларға тейеш. 80 объектты төҙөнөк, 88-ен яңырттыҡ. Барыһы ла ваҡытына тура килә. Дүртөйлө һәм Илеш райондарында өс күп функциялы үҙәктәр булдырабыҙ.

Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Ауырғазы, Борай, Ейәнсура, Нуриман, Салауат, Тәтешле, Хәйбулла райондарында план артығы менән үтәлеп төҙөлә. Баймаҡ, Благовещен, Миәкә райондарында модернизация эше һәйбәт бара. Афариндар! Башҡаларға өлгө алырға кәрәк.

Инвесторҙарға был йүнәлеш ҡыҙыҡлы. 200-ҙән ашыу инициатива тормошҡа ашырыу тураһында белдергән, 10 миллиард һумға 88 инвестпроект республика Башлығы менән инвестсәғәттә хупланды, 59-ы өҫтөнлөклө тигән статус алды – бында ярҙам саралары күрһәтәбеҙ.

Был беҙҙең өсөн имидж ғына түгел, тәүге сиратта үҙебеҙҙең халыҡ, туристар  өсөн шарттар тыуҙырыу мөһим, сөнки улар сәйәхәт итер өсөн беҙҙең матурлыҡты, беҙҙең юлдарҙы һайлаған. Заправкалар, магазин, кафе, парковкалар кеүек тейешле сервистар һәр участкала барлығын белеп, кешеләрҙең уңайлылыҡ һәм ышаныс менән юлда йөрөүҙәрен теләйбеҙ.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас