Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
29 Август 2025, 14:30

“Маңлайҙан тир ағып торһа ғына, һауыттарға бал тула”

Күптәр был һөнәрҙе бик еңел тип ҡарай. “Умартаны ултыртып ҡуяһың да балын һурып алаһың”, тип уйлағандар бар.

“Маңлайҙан тир ағып торһа ғына, һауыттарға бал тула”
“Маңлайҙан тир ағып торһа ғына, һауыттарға бал тула”

Илмир Тәтешле районының Күрҙем ауылында Инзилә һәм Наил Шәрәфиевтәр ғаиләһендә тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның юриспруденция факультетын тамамлай, армия хеҙмәтен үтә. 2017 йылдан башлап “Тәтешле электр селтәрҙәре, торлаҡ һәм төҙөкләндереү” предприятиеһында башта юрист, хәҙер өс йыл инде директор урынбаҫары булып эшләй.

 Уның яратҡан шөғөлө – умартасылыҡ.

– Фәрит олатайым  бал ҡорттары тотҡан. Ул вафат булғандан һуң был шөғөлдө дауам итеүсе булмаған. Атайым менән кәңәшләшеп, уны тергеҙергә булдыҡ. 2010 йылда бер нисә баш бал ҡорто күсе һатып алдыҡ. Хәҙер улар артты. Күптәр был һөнәрҙе бик еңел генә “Умартаны ултыртып ҡуяһың да, балын һурып алаһың”, тип уйлағандар бар. Тәүҙә эш ауыр булды. Аҡсаһы ла, тәрбиәһе лә кәрәк. Умартасы булыу өсөн бал ҡортондай уңған булыу, яңы технологияларҙы үҙләштереү мөһим, - ти Илмир.

Ул бал ҡорттары инәләрен үрсетеү өсөн ике төрлө инкубатор эшләгән. Биоматериалдарҙы заказ менән ҡайтара. Йәй көнө умарталыҡта уға 9-сы класты тамамлаған Илмир Ғәлин ярҙам итә. Үҫмер умартасылыҡ серҙәрен ҡыҙыҡһынып өйрәнә, бәлки, яҙмышын ошо һөнәр менән дә бәйләргә лә тәүәккәлләр.

 –Умартасы хеҙмәте ҡышын да дауам итә, – ти Илмир Наил улы. – Белемде камиллаштырып торорға, файҙалы мәғлүмәт тупларға, семинар-кәңәшмәләрҙә ҡатнашырға кәрәк. Балың сифатлы икән, һатып алыусыларың да күп. Бал айыртҡанды көтөп кенә торалар. Умартасы һөнәре еңел түгел. Маңлайҙан тир ағып торһа ғына, һауыттарға бал тула.

Фото: “Тәтешле хәбәрҙәре” гәзите.

 

 

 

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас