Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
29 Август 2025, 22:30

Төркиәнән делегация килде

Хеҙмәттәшлек  нығый бара.

Төркиәнән делегация килде
Төркиәнән делегация килде

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Төркиәнән килгән Төркиә-Рәсәй эшлекле советы рәйесе Иззет Экмекчибаши етәкселегендәге бизнес-делегация менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы. Башҡортостан Министрҙар кабинеты етәксеһе билдәләүенсә, был ил Рәсәй төбәгенең мөһимлеге буйынса икенсе сауҙа партнеры булып тора, уның менән иҡтисади мөнәсәбәт үткән быуаттың 90-сы йылдарынан килә. Бөгөнгө көндә Башҡортостан менән Төркиә ҙур инвестиция проекттарын әҙерләй. Уларҙың береһе – майлы культуралар етештереү буйынса орлоҡсолоҡ заводы төҙөү. Был предприятиеға планлаштырылған инвестиция күләме  6 миллион долларҙан артып китә.

Төрөк баҙарында Башҡортостан етештереүселәренең алға китешен офис креслоларын етештереү буйынса Өфө компанияһы сағылдыра. Ул Төркиәлә фабрика асыуға өлгәшкән. Проектҡа дөйөм инвестициялар күләме 3 миллион доллар тәшкил итә. Продукция Төркиәнең электрон майҙансыҡтарында, “Кочташ” эре селтәр маркеттарында урын алған.

Иззет Экмекчибаши сауҙа, сәнәғәт өлкәһендә Башҡортостандың ҙур потенциалын билдәләне. Был иһә аҙыҡ-түлек тауарын, машиналар эшләү продукцияһын, механик приборҙарҙы килтереүҙә сағыла. Шулай уҡ республика Төркиәгә минераль, нефть химияһы продукцияһын да әүҙем рәүештә экспортлай. Төрөк делегацияһы артабан да үҙ-ара отошло булған хеҙмәттәшлеккә, яңы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға өмөтөн белдерҙе.

Осрашыу барышында Андрей Назаров Төркиә авиакомпаниялары тарафынан Истанбул – Өфө - Истанбул маршруты буйынса тура рейстарҙы тергеҙеү мөһимлеген билдәләне.

Төркиә делегацияһы менән осрашыу тураһында Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә үҙенең яҙмаһы менән уртаҡлашты.

 -Төркиәнән партнерҙарыбыҙ менән осраштым. Ҡатмарлы геосәйәсәт хәлгә ҡарамаҫтан, беҙҙең хеҙмәттәшлек ике яҡтың да үҫеше өсөн ныҡлы нигеҙ булыуына шатмын. Йылдан-йыл үҙебеҙҙең партнерлыҡты киңәйтә барабыҙ. Төрөк компаниялары беҙҙә күптән эшләй. Бизнесты модернизациялауҙы һәм киңәйтеүҙе инвестициялай. Мәҫәлән, Төрөк холдингы менән берлектә күпер менән тоннель, эстакада, автомобиль юлдары төҙөү буйынса күп миллиардлы инфраструктура проектын тормошҡа ашырҙыҡ. Шулай уҡ Төркиә компанияһы менән кран-балкалар, күпер крандары етештереү буйынса заводты эшләтеп ебәрҙек. Былар барыһы ла перспективалы хеҙмәттәшлекте күрһәтә.

Быйыл тәүге ярты йыллыҡта Төркиә менән сауҙа 265 миллион долларға етте. Был бик яҡшы күрһәткес!

Эште дауам итәбеҙ. Яңы проекттар планлаштырабыҙ. Киләһе аҙнала “Урал аръяғы” форумына ярашлы бер нисә килешеү төҙөйәсәкбеҙ.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

 

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас