Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
2 Сентябрь 2025, 12:15

МХО ветераны хәҙер – умартасы

Программа уңышлы тормошҡа ашырыла.

МХО ветераны хәҙер – умартасы
МХО ветераны хәҙер – умартасы

Нуриман районынан махсус хәрби операция ветераны Вячеслав Абдуллин быйыл март айында урындағы мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә бер айҙан уҡ уға шәхси эшен асыу өсөн социаль контракт буйынса 350 мең һум бүленә.

“Рәсәй эше” кадрҙар үҙәгенең Нуриман районындағы офисында Вячеслав Абдуллинға МХО яугирҙәренә һәм ветеранына, уларҙың ғаилә ағзаларына ҡаралған финанс ярҙам саралары, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләгәндәргә ҡағылышлы программалар хаҡында һөйләгәндәр, бизнес планы төҙөргә, социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыу өсөн тейешле документтар йыйырға булышлыҡ иткәндәр.

– Яраланыу сәбәпле, былтыр көҙ махсус хәрби операциянан ҡайтарғайнылар. Тыныс тормошта күптәнге хыялымды тормошҡа ашырырға – умартасылыҡҡа тотоноп, башҡорт бал ҡорто үрсетергә булдым, – ти ветеран. – Район хакимиәтендә лә, мәшғүллек хеҙмәтендә лә ниәтемде шунда уҡ хупланылар, ярҙам иттеләр. Ошондай хәстәрлек арҡаһында хыялым тиҙ арала тормошҡа аша башланы. Финанс ярҙамы иҫәбенә 20 күс, бал ҡыуғыстар, умарта арбаһы һәм башҡа кәрәкле ҡорамалдар алдым. Һауа торошо ла һәйбәт торғас, эшем уңайлы ғына барҙы. Быйыл ярты тоннаға яҡын бал алдым да инде!

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников әйтеүенсә, 2025 йыл башынан республикала өс меңдән ашыу социаль контракт төҙөлгән. Араларында иң популяр йүнәлештәр – үҙаллы хужалыҡ алып барыу һәм шәхси эшҡыуарлыҡ булдырыу. “Социаль контракт төҙөп, йүнселдәр тегеү ательеһы, матурлыҡ салоны аса, бухгалтер, белем биреү, юридик хеҙмәттәр күрһәтә. Ауылдарҙа күптәр малсылыҡ, үҫемлекселек өлкәһендә үҙ кәсебен йәйелдерә”, – ти Юрий Мельников.

Социаль контрактты уртаса табышы төбәктәге йәшәү минимумынан кәмерәк булған ғаиләләр йәки яңғыҙ йәшәгән кешеләр төҙөй ала. Программа нигеҙендә алынған финанс саралар килешеүҙә билдәләнгән ниәткә ярашлы ғына файҙаланылырға тейеш. Социаль контракттың төп маҡсаты – аҡсаны аҙ алғандарҙы даими һәм тотороҡло табыш сығанағы менән тәьмин итеү.     

Бындай адреслы ярҙам программаһында ҡатнашыу өсөн урындағы мәшғүллек хеҙмәтенә, “Ғаилә” үҙәктәренә, шулай уҡ Күп функциялы үҙәк бүлексәләренә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

 

Юрий МЕЛЬНИКОВ, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары:

– 2025 йыл башынан республикала өс меңдән ашыу социаль контракт төҙөлгән. Араларында иң популяр йүнәлештәр – үҙаллы хужалыҡ алып барыу һәм шәхси эшҡыуарлыҡ булдырыу. Улар, һис шикһеҙ, ауылдарыбыҙға яңы һулыш бирәсәк. Махсус хәрби операция яугирҙәрен ошо йәһәттән хәстәрләү айырыуса мөһим.

Ф. Байегетова, МХО яугире әсәһе:

– Улым махсус хәрби операциянан ауырыу сәбәпле ҡайтҡас, йәшәү мәғәнәһен юғалтҡандай, нимә менән шөғөлләнергә белмәй ине. Районыбыҙ хакимиәтенән уға шәхси эш асыу өсөн социаль контракт төҙөргә тәҡдим иттеләр. Улым хәҙер яратҡан шөғөлө – ҡул эштәре менән була. Был программа, ғөмүмән, махсус хәрби операция ветерандарына граждандар тормошона яраҡлашыуға, социалләшеүгә киң булышлыҡ итәсәк.

Фотола: Вячеслав Абдуллин быйыл ярты тоннаға яҡын бал алған.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор: Дилбәр Ишморатова
Читайте нас