Көйөргәҙе районы үҙәге Ермолаевка ҡасабаһында модуль конструкциялар заводының продукцияһы байтаҡ йылдар инде ҡулланыусыларҙа ҙур һорау менән файҙалана: модуль торлаҡ йорттарҙы, мунса комплекстарын, хужалыҡ ҡаралтыларын бында тиҙ генә ҡороп бирәләр һәм заказсы әйткән урынға алып барып ҡуялар.
– Беҙ, йәғни ошо предприятиеға идара иткән атай-әсәйем менән бергә, бында ҡорамалдар алып ултыртыуға, сеймал килтереүгә, етештереүҙе яйға һалыуға 200 миллион һумға яҡын аҡса тотондоҡ, – ти заводтың генераль директоры Регина Хәлфина. – Уның бер өлөшө кредит итеп алынды. Дәүләттең уны беҙгә ташламалы хаҡҡа биреүе һәйбәт булды. Етештереү ҡеүәте буйынса бындай модуль конструкциялары предприятиелары Рәсәйҙә дүртәү генә, береһе – беҙҙә, Көйөргәҙе районында. Беҙ хәҙер үҙ продукциябыҙ менән донъя баҙарына сығыу буйынса пландар ҙа ҡорабыҙ.
Хәлфиндәр ғаиләһе үҙ эшен 1999 йылда асҡан, шул осорҙан алып улар баҙарҙа һорау менән файҙаланған төрлө продукция етештерә. Ә был завод төрлө тәғәйенләнештәше модуль конструкциялары эшләп сығара – торлаҡ йорттар һәм офистарҙан алып, контроль-үткәреү пункттарына һәм глэмпингтарға тиклем. Етештереү майҙаны 10 мең, келәт бүлмәләре биш мең квадрат метрҙы биләгән предприятие заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм эшләргә белгестәр ҙә тулыһынса етә.
Был конструкциялар үҙенсәлекле: улар уникаль һәм үтә ҡаты каркас тирәләй ҡороп эшләнгән, металл тоташтырғыстар ҡулланылмай. Ныҡлығын шул да күрһәтә: 7,5 тоннанан алып 15 тоннаға тиклемге ауырлыҡтағы конструкцияларҙы кран түбәһенән эләктереп күтәрә ала, һәм каркас бер ниндәй ҡыйшайыуға дусар ителмәй. Һауала эленеп торған мәлендә лә модуль конструкцияларҙың бер өлөшө лә һалынмай, ишек һәм тәҙрәләре иркен асылып-ябыла! Был иһә конструкцияны монтажлағанда ла, ташығанда ла ышаныслылыҡ кимәлен төшөрмәй. Уның эсендә йылыны һаҡлауға ла ҙур иғтибар бирелә, йылылыҡ ҡатламы полиуретандан яһала һәм бөтә ярыҡтарҙы тултыра. Ошо материал дымлылыҡҡа, сереүгә һәм шиңеүгә ҡаршы тора ала, был иһә уның 60 йыл һәм унан да оҙағыраҡ һаҡланыуын тәьмин итә, конструкцияның да ғүмерен оҙайта.
– Был бинала модуль конструкциялар етештереү эшен былтыр август аҙағында башлап ебәрҙек һәм, эшкә тотоноп, өс ай үтеүгә мең квадрат метр конструкция етештереүгә өлгәштек, – ти Регина Илдар ҡыҙы. – Беҙҙең продукцияның үҙ патенты бар, каркаста металдың бөтөнләй ҡулланылмауы уның йылылыҡты һаҡлау һәләтен көсәйтә.
Башҡортостанда бындай уңышлы эшләгән эшҡыуарлыҡ берәмектәре аҙ түгел. Былтырғы йылға ҡарата республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары 142 меңгә яҡын булды, был алдағы йыл менән сағыштырғанда 4,3 процентҡа күберәк. Быйылғы йылдың тәүге биш айында ундай йүнсел ойошмалар һаны 4,5 процентҡа артты. Ә һуңғы биш йылды алып ҡараһаҡ, уларҙың 12 процентҡа күбәйеүен күрербеҙ.
Үткән йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа бер миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. Муниципаль берәмектәр республика ҡанҙнаһынан 100 миллион һәм урындағы бюджеттарҙан 80,5 миллион һум алған. Шулай уҡ былтыр муниципалитеттарҙа “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында 3300 кәңәшмә үткәрелгән, уларҙа 4300 проект ҡаралған, шуларҙың 697-һе тормошҡа ашырылған да инде. Былтыр 12 меңдән ашыу эшҡыуар дәүләт ярҙамы алған.
Тимур ИҘРИСОВ,
Көйөргәҙе район хакимиәте башлығының иҡтисад, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары:
– Модуль конструкциялар заводы алты мең квадрат метрҙы биләгән ошо элекке ремонт-техник предприятие бинаһын алды, бында бөтә нәмә “үлек” хәлендә ине, йүнсел хужалар барыһын да ремонтланы, хатта иҙән-түшәмдәрен һәм стеналарын да яңыртты. Эшләп бөткәс, техник һынау ҙа үткәрҙеләр.
Хәлфиндәр асып ебәргән был шөғөлдө, һис һүҙһеҙ, һуңғы осорҙа йылдан-йыл күберәк иғтибар бүленгән креатив индустрия йүнәлеше итеп күрһәтергә була. Районыбыҙҙа ошондай ҡеүәтле предприятие асылыуы һәм уның етештереү әйләнеше арта барыуы барлыҡ яҡташтарыбыҙ өсөн дә ҙур ғорурлыҡ тип иҫәпләйем. Ермолаевка модуль коснтрукциялар заводы проектын “Сколково” инновация үҙәгендә яҡлауҙарын һәм был проекттың унда һәйбәт баһа алыуын да шатлыҡ менән ҡабул иттек.
Беҙҙең районда бәләкәй һәм урта бизнеста 508 эшҡыуар шөғөлләнә. Бынан тыш, 1 450 үҙмәшғүл бар һәм уларҙың һаны йыл һайын 40-50 кешегә арта бара.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.