Баймаҡ район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов үҙенең телеграм-каналында районда яңы йүнәлештә эш башлаған Йәмилә Баязитова тураһында хәбәр итә.
"Эш оҫтанан ҡурҡа" тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Тырыш һәм уңғандар ғына алдарына ҡуйған маҡсаттарына ышаныслы аҙымдар менән бара һәм яҡшы һөҙөмтәгә ирешә. Быға асыҡ миҫал булып Темәс ауылынан Йәмилә Ғирфан ҡыҙы Баязитованы әйтергә була. Ул үҙ эшен асырға хыяллана. Бының өсөн райондың халыҡ мәшғүллеге үҙәге ҡарамағындағы курста уҡый һәм 2024 йылда уның башланғысы 350 мең һумлыҡ адреслы дәүләт ярҙамы ала.
Бөгөн Йәмилә Ғирфан ҡыҙы бизнесын уңышлы үҫтерә - ризыҡтарҙы ыҫлау хеҙмәтен күрһәтә. Ыҫланған ҡош, һыйыр, йылҡы, һарыҡ итен, балыҡ, шулай уҡ ҡоротто тәбиғи продукцияға өҫтөнлөк биргән кешеләр бик яратып һатып ала һәм Йәмиләнең бөгөн даими клиент базаһы булдырылған.
Әйткәндәй, йыш ҡына Йәмилә Ғирфан ҡыҙы ҡоротто махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ярҙам сифатында ебәрә.
Әлбиттә, үҙ эшеңде асыу – байтаҡ аҡса һалыуҙы талап иткән еңел булмаған юл. Әммә тырыштар һәр саҡ уңышҡа өлгәшә. Йәмилә Ғирфан ҡыҙына ла уңыштар теләйбеҙ!"- тип яҙған Азамат Сәфәрғәле улы.
Беҙ ҙә Темәс уңғанына артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Фото һәм сығанаҡ: Азамат Иҙрисовтың шәхси сәхифәһенән.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!