Балтас районынан шәхси эшҡыуар Зөлфиә Әхиәрова Башҡортостандың төбәк лизинг компанияһы ярҙамы менән 5,8 миллион һумлыҡ үҙ йөрөшлө экскаватор-тейәгес алған. Финанслау 36 айға 3,48 миллион һум тәшкил итә. Был “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына (национальный проект "Эффективная и конкурентная экономика") ярашлы башҡарылған, тип хәбәр итә республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.
Был ҡорамал подрядсыларҙың хеҙмәтенә сығымдарҙы 30 процентҡа кәметергә булышлыҡ иткән. Бетон иретмәләрен әҙерләү ваҡытын да ҡыҫҡартыуға ярҙам иткән, һөҙөмтәлә хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм эш сифат күтәрелгән.
-Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн ташламалы лизинг программаһын үҫтереүҙе мөһим сара тип уйлайбыҙ. Бындай финанс ярҙам алыу эшҡыуарҙарға үҙҙәренең конкурентлыҡҡа һәләтен нығытырға, компанияның тотороҡло үҫешен тәьмин итергә ярҙам итә, – тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.