2025 йылда Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны 30 проценттан ашыуға артҡан һәм 343,6 мең кешегә еткән. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина хәбәр итте.
Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, былтыр үҙмәшғүлдәрҙең килеме бер ярым тапҡырға артҡан һәм 50 миллиард һумдан ашҡан. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының үҫеше буйынса ла Башҡортостан яҡшы динамика күрһәтә. 2025 йыл йомғаҡтары буйынса ғәмәлдәге компаниялар һәм эшҡыуарҙар һаны 6,4 процентҡа – 151 меңгә тиклем артҡан. Күрһәткестең үҫеш темптары уртаса Рәсәй кимәленән алда бара (3,7 процент).
– Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе һәм илдә туғыҙынсы урынды биләй, – тине Светлана Верещагина. – Республиканың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ секторында 653 мең кеше мәшғүл, былтырғыға ҡарағанда 9,3 процентҡа күберәк.
Юғары һөҙөмтәләр бизнес үҫешен дәртләндереү буйынса күрелгән сараларҙың, шул иҫәптән “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә, көнүҙәк булыуын раҫлай, тине министр.
– Республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү инфраструктураһы булдырылды, ул үҙ эсенә Башҡортостандың Гарантия фондын һәм Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлыҡ составындағы “Минең бизнесым” үҙәген, Төбәк лизинг компанияһын, Башҡортостан микрокредит компанияһын ала, – тип хәбәр итте Светлана Верещагина. – 2025 йыл дауамында улар дөйөм суммаһы 2,3 миллиард һумдан ашыуға финанс ярҙамы күрһәткән.
Эшҡыуарҙарға комплекслы финанс булмаған ярҙам менән “Минең бизнесым” үҙәге лә шөғөлләнә. Һүҙ мәғлүмәт-консультация хеҙмәттәре, белем биреү һәм акселерация программалары, эшлекле саралар хаҡында бара. 2025 йылда үҙәк бөтәһе 8 меңдән ашыу мәғлүмәт-консультация һәм профилле хеҙмәт күрһәтә. Уның офистары төбәктең 13 муниципалитетында эшләй. 2026 йылда Сибайҙа тағы ла бер офис асыу планлаштырыла.
Башҡортостан Башлығы иҡтисадтың эшҡыуарлыҡ секторын үҫтереү динамикаһын юғары баһаланы һәм һөҙөмтәле эше өсөн Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы коллективына рәхмәт белдерҙе.
– Беҙҙең бизнестың ҡатмарлы заман шарттарында уңышлы үҫешеүе бик яҡшы. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны арта, үҫеш меңдәрҙә үлсәнә. Был йүнәлеште иғтибар менән ҡарарға һәм эшҡыуарҙарға ярҙам итергә кәрәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Бизнес менән туранан-тура осрашыуҙарҙы ла дауам итеү бик мөһим. Эш сәфәрҙәрендә ошондай сараларҙа ҡатнашырға тырышырмын.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.