Эшҡыуар
27 Апреля , 11:30

Эш һөҙөмтәләре ҡыуандыра

Былтыр бизнес-шерифтар дүрт меңдән ашыу эшҡыуарлыҡ проектын ҡараған. 

Эш һөҙөмтәләре ҡыуандыраЭш һөҙөмтәләре ҡыуандыра
Эш һөҙөмтәләре ҡыуандыра

Башҡортостандың бизнес-шерифтары 2025 йылда дөйөм инвестициялар күләме 227,5 миллиард һум булған 4 меңдән ашыу проектты ҡараған. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина хәбәр итте.

Радий Хәбиров башланғысы менән Башҡортостанда ойошторолған бизнес-шерифтар институты алты йылдан ашыу уңышлы эшләй. Уның төп бурыстары – муниципалитеттарҙа уңайлы эшлекле мөхит булдырыу, урындарҙа инвестициялар йәлеп итеү һәм эшҡыуарҙарға ярҙам итеү. Был эште эшҡыуарлыҡ, инвестиция эшмәкәрлеге һәм иҡтисад мәсьәләләре өсөн яуаплы хакимиәт башлыҡтары урынбаҫарҙары алып бара.

Светлана Верещагина бизнес-шерифтарҙың эшмәкәрлеге федераль кимәлдә юғары баһа алды тип билдәләне. Стратегик башланғыстар агентлығы илдең башҡа төбәктәренә индереү өсөн республика тәжрибәһен тәҡдим итте.

Бизнес менән эшләүҙең төп ҡоралы булып һәр муниципалитетта кесаҙна һайын үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре” ҡала. 2025 йылда 3,2 меңгә яҡын ошондай кәңәшмә үткәрелгән. 2025 йылдан бизнес-шерифтар шулай уҡ креатив индустрияларҙы үҫтереүҙә әүҙем ҡатнаша.

Республикала йыл һайын бизнес-шерифтарҙың һөҙөмтәлелек рейтингы төҙөлә. 2025 йыл йомғаҡтары буйынса ҡалалар араһында Нефтекама лидер булған, Сибай менән Ағиҙел дә юғары һөҙөмтәләр күрһәткән. Административ үҙәге – ҡала булған райондар араһында беренсе урынды Дүртөйлө, икенсе – Туймазы, өсөнсө – Благовещен райондары яулаған. Ауыл райондары араһында Шаран районы иң яҡшыһы тип танылды, Иглин районы – икенсе, Кушнаренко районы өсөнсө урында.

Бизнес-шерифтар институты үҙенең ихтыяжын һәм һөҙөмтәлелеген раҫлай, шулай уҡ эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса системалы эштең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостанр Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас