Эшҡыуар
4 Сентября , 10:00

Гөлназдың быймаларын алып кейәһе ине!

"Килегеҙ, күрегеҙ, барыһын да аңлатырмын".

Добавить в предпочтительные источники Google
Гөлназдың быймаларын алып кейәһе ине!Гөлназдың быймаларын алып кейәһе ине!
Гөлназдың быймаларын алып кейәһе ине!

Яңыраҡ Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылында йәшәгән  эшҡыуар Гөлназ Денисоваға бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә 15 йыл эсендә индергән лайыҡлы өлөшө өсөн Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты тапшырылды, тип яҙа “Мечетлинская жизнь” гәзите.

Гөлназ Риф ҡыҙы 2000 йылда Пермдә бухгалтер һөнәрен алғас, урындағы заводта эшләй. Туғыҙ йыл үткәндән һуң Ләмәҙтамаҡ егете Иштуған Ғәүнетдиновҡа тормошҡа сыға. Тап ире уны быйма баҫыу һөнәренә өйрәтә лә инде.

– Мин 12 йәшемдә быйма баҫыу менән үҙаллы шөғөлләнеп ҡараным, әллә ни уңышҡа өлгәшеп булманы. Шул саҡта атайым мине Оло Ыҡтамаҡта йәшәгән билдәле ҡул оҫтаһы Герка Луканинға ебәрҙе. Каникул ваҡытында уға ярҙамсы булып өйрәнергә килдем, һөнәрҙең бөтә нескәлектәрен үҙләштерҙем, – тип хәтерләй йорт хужаһы.

Гөлназ иренең шөғөлөн хуплай һәм үҙе лә ошо эшкә тотона. Тәүҙә ғаилә ағзалары өсөн быйма баҫалар, 2010 йылда баҙарға сығырға тәүәккәлләйҙәр. 100 мең һумлыҡ дәүләт субсидияһына элекке колхоз гаражын һатып алып, цех асалар. Яҡында ғына үҙ көстәре менән ике ҡатлы йорт төҙөп ҡуялар.

Бер пар быйма әҙерләү өсөн дүрт сәғәт ваҡыт китә. Йәйге һарыҡ йөнөн халыҡтан һатып алалар.

– Быйма баҫыу һөнәре онотола бара. Уға өйрәтеү урындары юҡ тиерлек. Мин теләгәндәрҙе һөнәр үҙенсәлектәренә өйрәтә алам. Килегеҙ, күрегеҙ, барыһын да аңлатырмын, - ти Иштуған Әфләтүн улы.

Цехта һәр кемдең йәшенә, зауығына һәм теләгенә ярашлы быймалар етештерелә. Былтыр йылы тапочкалар эшләй башлағандар, уларға һорау ҙур, көҙҙән заявкалар килә башлай. Әҙер продукция “Бәйләнештә” селтәренә ҡуйыла. Быймаларҙы Башҡортостанда ғына түгел, Пермь крайында ла  һатып алалар.

Иштуған Әфләтүн улы Яңы Балаҡатайҙағы йәрминкәләрҙә йыш ҡатнаша. 2013 йылда зона конкурсында өсөнсө урынды яулай. 2015 йылда “Иң яҡшы быйма баҫыусы” исеменә лайыҡ була, 2016 йылда зона йәрминкәһендә беренсе урынды ала.

Гөлназ Денисова ла иренән ҡалышмай. 2014 йылда Республика халыҡ ижады үҙәге үткәргән “Көмөш өҙәңге” конкурсында диплом менән бүләкләнә. 2022 йылда XV “Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы” юбилей форумында иң яҡшы һөнәрсе тип таныла. Ғаилә быйма баҫыуҙан буш ваҡыттарында пакистан кәзәләрен үрсетеү менән шөғөлләнә.

Ваҡыт тығыҙлығына ҡарамаҫтан, эшҡыуарҙар  2018 йылда тәрбиәгә өс бала алып үҫтерә. Үҙҙәренең ике ҡыҙы ғаилә ҡороп, сит яҡтарға  таралышҡан була. Хәҙер опекаға алған балалары ла буй еткереп, атай йортонан айырылған инде. Бынан бер ай элек улдары контракт төҙөп, махсус хәрби операция зонаһына юлланған. Ата-әсә уның был аҙымына бик борсолһа ла, ҡарарына ҡаршы төшмәй. Бары иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын улыбыҙ, тип теләй улар.

Фото: “Мечетлинская газета” сайтынан.

Автор:Дина Арсланова