Эшҡыуар
28 Сентября , 12:55

Бизнес-шерифтар – ышаныслы партнерҙар

Быйыл муниципаль “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәрендә” 2,5 мең проект ҡаралды. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Бизнес-шерифтар – ышаныслы партнерҙарБизнес-шерифтар – ышаныслы партнерҙар
Бизнес-шерифтар – ышаныслы партнерҙар

2026 йылда Башҡортостан муниципалитеттарында 2 120 “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәрелгән, уларҙа 2,5 мең проект ҡаралдған. Был хаҡта Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина хәбәр итте.

Ҡала һәм райондарҙа бизнес-берләшмә менән үҙ-ара эш итеүҙе хакимиәт башлыҡтарының профилле урынбаҫарҙары бизнес-шерифтар күҙәтә. Уларҙың төп бурысы – эшҡыуарҙарҙы проекттарын тормошҡа ашырыуҙа оҙатып йөрөү, ярҙам саралары тураһында һөйләү һәм уны алырға ярҙам итеү. Аҙна һайын улар “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре” үткәрә, унда бизнес вәкилдәрен саҡыралар, бергәләп инициативаларҙы ҡарайҙар, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итәләр.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәтенәӘ" былтырҙан “Ижади сәғәт” өҫтәлде. Улар ижади индустрия өлкәһендә эшләгән бизнесмендарға ярҙам итеү өсөн үткәрелә. Бөтәһе 169 ошондай кәңәшмә үткәрелгән.

2019 йылда Башҡортостан Башлығы инициативаһы буйынса ойошторолған бизнес-шерифтар институты илдә иң яҡшы инвестиция практикаларының береһе тип танылды. Стратегик инициативалар агентлығы уны Рәсәй төбәктәрендә тиражлау өсөн тәҡдим итә.

Муниципалитет башлыҡтары урынбаҫарҙарының әүҙем эше бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының үҫешенә булышлыҡ итә. Быйыл уларҙың һаны биш процентҡа артҡан һәм 150 меңдән ашҡан. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә 661,4 мең кеше мәшғүл.

– Бизнесты асыу һәм үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ. Был йәһәттән беҙгә төрлө дәүләт ярҙамы саралары, шул иҫәптән “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты ярҙам итә, – тине Светлана Верещагина.

Төбәк етәксеһе эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүҙең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.

– Республикала эшлекле әүҙемлектең артыуы ҡыуаныслы. Был Башҡортостандың иҡтисади үҫеш күрһәткестәрендә сағыла, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Был йәһәттән бизнес-шерифтар – беҙҙең ышаныслы партнерҙарыбыҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева