

Бер кемде лә аямаған, тәрән күңел яралары ҡалдырған һуғыштан һуң тыныс тормошҡа ҡайтыу – ябай булмаған һынау. Әммә яныңда ярҙамсылар, аңлаусылар булғанда иң ҡыйыу хыялдар ҙа тормошҡа аша.
Балаҡатай районында йәшәгән Сәйет Камалов үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында уҡ умартасы һөнәрен үҙләштерә. Умартасылыҡ уның яратҡан шөғөлөнә әүерелә. Оҙаҡ йылдар вахталағы эшен ошо һөнәре менән яраштырып алып бара.
2023 йылда Сәйет Вәкил улы махсус хәрби операция зонаһына үҙ теләге менән китергә ҡарар итә. Быйыл тыуған яғына, тыныс тормошҡа ҡайтыу менән умартасылыҡ шөғөлөн бизнесҡа әүерелдереү уйы менән яна.
Төп ҡаршылыҡ – умартасылыҡты киңәйтеү өсөн средстволар етешмәүе. Ярҙам ваҡытында килә. Мәшғүллек үҙәгендә Сәйет Камаловҡа социаль контракт алыу мөмкинлеге тураһында аңлаталар. Белгестәр бизнес-план төҙөргә ярҙам итә. 350 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамына тейешле ҡорамалдар, бал ҡорто күстәре алына. Сифатлы татлы бал үҙенең һатып алыусыһын тапты, халыҡ араһында ул ҙур һорау менән файҙалана. Хеҙмәт һөйөүсәнлек, асыҡ маҡсат һәм дәүләт ярҙамы ҙур уңышҡа юл аса. Кисәге яугир, Ватан һаҡсыһы бөгөн эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеп, тыуған яғын үҫтереүгә лайыҡлы өлөшөн индерә.
Фото: “Яңы Балаҡатай” гәзите сайтынан.