Һамарҙа уҙған балыҡ тотоу буйынса ярышта Ҡазан командаһы туғыҙ килога яҡын ауырлыҡта һаҙан тотоп, барыһын да аптыратҡан. Гигант һаҙанды балыҡсы Максим Сивец эләктергән. Ул Ҡазандағы һаҙанфишерҙар клубына нигеҙ һалған.
Һаҙанфишерҙа 72 сәғәт эсендә балыҡ тотоп өлгөрөргә кәрәк. Иң ҙур ауырлыҡтағы балыҡ тотҡан команда еңеүсе. Шуға ла бәйгегә алдан уҡ әҙерләнәләр. Ярышта ҡатнашҡандарҙың төп ҡағиҙәһе лә бар: тототтоңмо – ебәр.
Туғыҙ килограмлыҡ балыҡ Максим Сивец өсөн иң ҙур табыш иҫәпләнмәй, сөнки ул Чулман йылғаһында 18,5 килограмлыҡ һаҙан тотҡаны ла булған.
Фото: "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.