Ноябрь. Көндәр һалҡыная, тымыҡ күлдәр тәүге боҙ менән ҡаплана башлай. Бына ошондай ваҡытта балыҡсылар бер аҙ күңелһеҙләнеп ҡала, сөнки бер ерҙә лә табыш яҡшы ҡапмай. Шуның өсөн дә уларға балыҡтарҙың көҙгө үҙенсәлекле тормошон белеү тик файҙаға булыр.
1. Октябрь айында уҡ барлыҡ тереклек ҡышҡа әҙерләнә, балыҡтар ҙа тәрән, ағастар ятҡан ерҙәрҙе һайлай, сөнки ботаҡтарҙан ҡарышлауыҡтар табырға мөмкин. Яй хәрәкәт итәләр, ерҙән дә аҙыҡ эҙләргә маташалар.
2. Һыу көндән-көн һалҡыная, шуға күрә балыҡтар ҙа һәлкәүләнә. Әммә ҡайһылары аҙыҡ эҙләп яр буйындағы ҡамыш-үләндәр араһына килеп сыҡҡылай. Көҙгә балыҡтар ҡәҙимге һимерә, хатта эсәк араларына май үрә. Яй хәрәкәтләнеп, ошо запасын һаҡларға тырышалар. Алда оҙон, һалҡын ҡыш икәнен балыҡтар белә, шуға өйөргә тупланалар. Әгәр ҙә балыҡсы ошо төркөмгә юлыҡһа, табышһыҙ ҡайтмаясаҡ.
3. Бер нәмәне оноторға ярамай. Көҙ балыҡтан алда үҙегеҙҙең һаулығығыҙҙы ҡайғыртығыҙ: кәмәнән ҡармаҡлағанда, батырмай торған жилетығыҙ мотлаҡ булһын.
Ә хәҙер ҡайһы бер балыҡтарҙың һыу туңыр мәлдәге үҙенсәлектәре хаҡында яҙып үтәйек.
Күстерә. Ноябрҙә ул тымыҡ йәки балсыҡлы урындарҙы һайлай.
Табан. Был ваҡытта уны тотоу ныҡ ҡыйынлаша, 3-5 метр тәрәнлектә ҡышлыҡҡа ята, ашауы һүлпәнәйә. Иртә менән тотолмай, аяҙ булһа, төшкә ҡаба башлай. Селәүгә йәки ҡыҙыл ҡортҡа тоторға мөмкин.
Һаҙан. Ул бөтөнләй тотолмай тиерлек. Үрсетелгән быуаларҙа бер-икене эләктерергә мөмкин.
Ҡорман. Был балыҡты көҙ ҙә, һалҡындар ҙа ҡурҡытмай, әммә ҡабыуы һүлпәнәйә. Балсыҡлы тәрән урындарҙа ҡышҡылыҡҡа ята.
Шамбы. Ноябрҙә әүҙемләшә, иң яҡшыһы – төнөн тотоу. Ырғаҡҡа бәләкәй сабаҡ, ташбаш йәки бәләкәй баҡа эләктереп ҡуйһаң, бигерәк тә отошло.
Алабуға. Һыуыҡта иң яҡшы эләккән балыҡтарҙың береһе. Уны яр буйҙарында йәки ҡамыш буйында тоторға кәрәк. Бәләкәй йылтырмаға йәки селәүгә эләктерергә мөмкин.
Сабаҡ. Һыуға ҡолаған ағастар янынан эҙләргә кәрәк уларҙы. Ҡарышлауыҡтарҙы, ҡыҙыл ҡортто, ағас ҡортон ярата, күп емләргә кәрәкмәй.
Һыла. Йылтырмаға һыу туңғанса эләгә, ҡыш ваҡ балыҡтар йыйылған урында воблерға тоторға мөмкин. Күберәк тәрәндә була.
Суртан. Көҙ буйы яҡшы эләгә. Ҡыш ваҡ балыҡҡа йә иһә йылтырманы уйнатып тотоп була.
Йомғаҡлап, шуны әйтергә кәрәк: был осор – йыртҡыс балыҡтарға йөрөгәндәрҙең ваҡыты. Тышта һалҡынайған һайын һыуҙағы тормош та үҙгәрә бара. Ҡалҡыуыслы ҡармаҡ менән дә тоторға мөмкин, сөнки ҡар яуа, ептәр туңа башлай. Һыу туңғас та ҡайһы берәүҙәр балыҡҡа ашыға. Боҙҙоң кәмендә ун сантиметр булғанын сабырлыҡ менән көтөгөҙ. Был осорҙа яр буйындараҡ ҡармаҡлағыҙ. Ҡармаҡ ебегеҙ нәҙек, ныҡ булһын.