Таҙа һыулы йылға-күлдәрҙе яратҡан тағы ла бер йыртҡыс балыҡ тураһында бөгөнгө һүҙ.
Йәй таң атып килгәндә йәки ҡояш байыр алдынан ул йылтырмаға яҡшы эләгеүсән. Әлегә бер балыҡсының да “фәлән кило һыла тоттом” тип маҡтанғанын ишеткәнем юҡ әле. Өс-дүрт берәмек эләктергәндәр көҙ айҙарында ла әле һирәк. Ни өсөн тиһегеҙме? Һыла – көҙ иң аҙ эләккән балыҡтарҙың береһе.
Һыу боҙ менән ҡапланғас та, тәрән урындарҙы ҡарап сығырға кәрәк. Арҡа йөҙгөсө ҡаты, осло, сәнскеле, ә арҡаһында, ҡабырғаһында ҡара юлаҡтар бар. Шуның өсөн дә ул алабуғалар ғаиләһенә ҡарай. Ауырлығы – 12-15 килоға, ә оҙонлоғо 1 метр 40 сантиметрға етә. Ыуылдырыҡты һыуҙа үҫкән ҡыуаҡтар эргәһендә сәсә. Уны ата балыҡ башҡалар ашамаһын өсөн һаҡлап тора.
Боҙ аҫтынан нисек табырға һуң? Ҡайҙа ваҡ балыҡтар йыйылған, шул урынды уратып йөҙөп йөрөйәсәк. Боҙ аҫтынан ҡышҡы йылтырмаға ҡараңғы төшкәнсә эләгә. Ҡармаҡ сыбығы 50 см тирәһе, ә ебе 0,22-0,4 тиклем булһа, бик яҡшы, сөнки ул – бик көслө балыҡ. Көйәнтәле йылтырма (балансир) ифрат уңайлы, оҙонлоғо 7-9 сантиметрҙан артмаһын.
Йылтырманы ергә тиклем төшөргәс, өҫкә күтәрә биреп уйнатырға кәрәк. Уға (балансирға) балыҡ аҫҡы ирененән эләгеүсән. Әгәр ҙә тотҡан урынығыҙҙа ташбаш күп икән, йылтырмағыҙҙы ерҙән 30-40 см күтәреп уйнатырға, ә инде күкен бар икән, 40-100 см күтәрергә кәрәк. Ҡайһы берҙә эреләре эләгеп, мәкегә һыймай торһа, ырғаҡ менән тартып сығараһың.
Мәке эшләгәс, эргә-тирәһенән өсмөйөш яһап, тағы ла бер нисәү уйырға кәрәк, сөнки һыла яй хәрәкәт итә – һәр береһен тикшереп сығыу зарур. Уны эңер балығы тип бушҡа әйтмәйҙәр: болотлап ҡар яуғанда яҡшы эләгә. Ауыҙы ҡаты булғанлыҡтан, йылтырманы ла ныҡ эләктерә, һирәкләп булһа ла, ваҡ балыҡ ҡуйылған ҡармаҡҡа ла ҡаба.
Йыртҡыс булғас, үҙен селтәрле көжнәлә һаҡлап булмай, тиҙ үлә. Төндә яҡшы күрә, шуға ла ваҡ балыҡтарға ошо мәлдә һөжүм итә. Ағиҙелдә, Ҡариҙелдә, Димдә ун килоға тиклем тартҡандарын тотҡандар бар.