“Түҙемле һәм маҡсатлы булырға кәрәк”.
“Бәләкәйҙән балыҡ тип иҫем китә ине. Хәйер, һыу буйында йәшәгән бөтә малайҙарҙың да ярышып ҡармаҡлай торған мауығыуы булалыр ул. Мин дә уҡыуға төшмәҫ элек үк, үҙемдән өлкәнерәктәргә эйәреп йөрөп, балыҡ тотоуға ярайһы ғына оҫтарғайным”, – һүҙ яратҡан шөғөлө юҫығына көйләнгәс, күҙҙәре янып уҡ китте әңгәмәсемдең.
Ҡомарлы бала саҡ мауығыуы
Әбйәлил районы үҙәгендә йәшәй балыҡсы уҙаман Батыр Хәйруллин. Сығышы менән Бәләкәй Ғәбдин ауылынан. Бала сағы Кесе Ҡыҙыл йылғаһы буйында үткән. Ете балалы ишле ғаиләлә беренсе булып донъяға килгән малай бәләкәйҙән үҙаллылығы менән айырыла. Балыҡсылыҡ серҙәренә башлыса күрше Нәғим ағаһынан өйрәнә.
– Атайым алдынғы механизатор, комбайнер булды. Ул гелән колхоз эшендә йөрөнө, һуң ҡайтты, иртә менән кире китер ине, шуға атайҙы өйҙә һирәк күрә торғайныҡ. Әсәйем эреле-ваҡлы туғандарымдың хәстәрҙәренән, йорт мәшәҡәттәренән бушаманы, шуға күрә күпселек ваҡытымды һыу буйында үткәреүемә артыҡ иғтибар иткән кеше лә булманы, ахыры. Беҙҙең картуф баҡсаһы аръяғында ғына йылға, шунда көн буйы һыу инеп, балыҡ тотоп, көнгә һәм елгә ҡап-ҡара булып янып, яланаяҡ йөрөүҙән табандар, селәү эҙләп соҡоноуҙан ҡулдар ярылып, ҡанһырап китә торғайны. Атай эшләгәс, ғаиләбеҙ ҙур булһа ла, етеш йәшәнек, өҫтәлдә һәр саҡ ашарға булды. Шулай ҙа әсәй хеҙмәтемде бушҡа ебәрмәне, алып ҡайтҡан балыҡтарымды ҡурып ашата ине, – тип алыҫ бала саҡ хәтирәләрен тағатты Батыр ағай.
Мәктәпкә барғас, ул I класты Оло Ғәбдиндә уҡытыусыһы Роза апайҙа ятып уҡый. Бала бала инде: тыуған өйөн, ата-әсәһен һағына. Яҙғы ташҡын мәлендә, бәлки, юл өҙөлөп, оҙағыраҡ алып ҡайтмай торғандарҙыр: бер көн малай, һағыныуына түҙә алмай, үҙе ауылына юллана. Аяҡта сандали, ҡултыҡ аҫтында китап-дәфтәр тултырылған сумка. Ярһыу йылғаны кисеп сыҡмаҡсы була, әммә көслө ағымға ҡаршы тора алмай ағып китә. Ярай әле, балыҡ һөҙгән ир-егеттәр күреп ҡала. Арыу уҡ ваҡыт дауаханала ятып сығырға тура килә малайға. Ошо ваҡиғанан һуң да йылғанан биҙмәй ул.
Ҡайҙа әле ул мәлдәрҙә хәҙерге кеүек әҙер магазин ҡармаҡтары, балыҡ тотоу ҡорамалдары?! Барыһын да ҡулдан әтмәләп, үҙе эшләп ала. Атаһы Рәхмәтулла ағайҙың тимер-томоро араһында эҙләнеп, ҡайһыһын кәкрәйтеп, йә ослап, сүкеш менән йәлпәштереп, комбайндың өҙөлгән ҡайышынан һурып сығарған капрон епте сыбыҡҡа бәйләп, ҡармаҡтар яһай.
Балыҡҡа бай Кесе Ҡыҙылда ниндәй генәһенә ҡармаҡ ташламай: сабаҡ, суртан, алабуға, шамбы, ташбаш, ҡомтөрткө, ҡыҙылғанат, борош, опто. Уларҙы танып-белеүҙән башлап, холоҡ-ҡылығына, йылғаның ҡайһы тирәләрен үҙ итеүенә тиклем белеп бөтә. Өйҙә барыһы ла йоҡлай, ә Батыр кистән әҙерләп ҡуйған ҡармаҡтарын, балыҡ алдатҡыстарын алып, таң һыҙылыр-һыҙылмаҫтан, бесәй һымаҡ һаҡ ҡына баҫып, һыу буйына юллана.
Ҡомарлы бала саҡ мауығыуы үҫмер ҡорона еткәс тә, мәктәпте тамамлап, әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡас та, хатта институттан һуң эшкә төшкәс тә ташламай Батыр Рәхмәт улын. Ошо урында балыҡсы ағайҙың тормош юлына ла бер аҙ байҡау яһайыҡ. Уның уҡыуының дауахана менән тамамланған беренсе йылы хаҡында үрҙә әйткәйнек инде. Икенсе класты Йәнекәйҙә ятып уҡый. Тыуған төйәге “перспективаһыҙ” тип нарыҡланғас, Хәйруллиндар ауыл биләмәһе үҙәге булған Байымға күсеп килә. Бында башланғыс белем алғас, Батыр артабан 8-се класҡа тиклем Белорет мәктәп-интернатында уҡый һәм, Байымға кире ҡайтып, урта мәктәпте тамамлай. Әрме хеҙмәтен Ригала хәрби-һауа көстәрендә үтә.
“Кәмәм үҙем менән бергә ҡартая”
Артабан – Башҡортостан ауыл хужалығы институтының механизация факультеты. 1980 йылда дипломлы белгес йүнәлтмә буйынса райондың “Ауыл хужалығы техникаһы” предприятиеһына эшкә ҡайта. Ҡеүәтле ойошманың гөрләп торған сағы. Төрлө бүлектәрҙә эшләп тәжрибә туплаған йәш инженер идарасының сауҙа буйынса беренсе урынбаҫары вазифаһынаса үрләй, тиҙҙән райкомдың беренсе секретары өгөтләүе буйынса 3-сө күсмә механизацияланған колоннаның Әбйәлил участкаһына мастер итеп күсерелә. Батыр Хәйруллин етәкселегендә ул йылдарҙа ауыл хужалығын, йәғни малсылыҡ комплекстарын механизациялау – автоматлаштырылған һөт һауыу ҡорамалдарын, тиҙәк сығарыу транспортерҙарын монтажлау буйынса ҙур эш башҡарыла.
Күпмелер ваҡыттан ул үҙ теләге менән был “тәгәрмәс өҫтөндәге” хеҙмәттән китә. Йәнә лә яуаплы эш йөкмәтелә – Белорет район-ара һыу каналына ҡараған биологик таҙартыу пунктына мөдир итеп тәғәйенләнә. Заман елдәре тәьҫирендә был урын үҙгәртеп ҡороуҙар кисерә. Белореттағы баш ойошманан айырылып, бәләкәй предприятие булып формалаша, унан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ҡарамағына күсә. Исеме үҙгәрһә лә, есеме шул килеш ҡала. Яуаплы бурысын Батыр Рәхмәт улы бөтә көсөн, тырышлығын һалып башҡарып, пенсия йәшен тултырғас та, тағы ике йыл эшләп, 2015 йылда хаҡлы ялға китә. Фиҙакәр хеҙмәте бихисап маҡтау ҡағыҙы, министрлыҡтың грамоталары менән баһалана.
Хеҙмәт дәүерендә лә балыҡҡа йөрөргә ваҡытын таба Батыр ағай.
– Шулай ҙа уның өсөн барлыҡ эшемде ташлап, фанаттарса атлығып торманым. Сама белдем. Ғөмүмән, күңелде ниндәйҙер тамамланмаған эштәр, ауыр уйҙар өйкәп торғанда, үҙ-үҙемдән ҡасып, балыҡ тотоуға әүрәп онотолоу миңә хас түгел. Йылға буйына балыҡ ҡармаҡларға фәҡәт кәйефем яҡшы булғанда ғына йөрөйөм. Шунда ғына ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәм. Тәбиғәт менән өнһөҙ аралашыуҙан бар булмышым ял итә, – ти ул.
Батыр ағай бер ҡасан да ау һалыу, мурҙа ҡуйыу менән мауыҡмаған. Уның өсөн балыҡсылыҡтың бөтә ләззәте – табышты ҡармаҡҡа эләктереүҙә. Ҡомһоҙланмай, өлөшөнә яҙғанына шөкөр итә. Әйткәндәй, буш ҡул менән дә ҡайтмай ул. Йылдар дауамында туплаған бай тәжрибәһе һауа торошо шарттарына ҡарап, ҡасан, ҡайһы ваҡытта, ҡайҙа балыҡ яҡшы ҡабасағын тойомларға булышлыҡ итә. Фәнни яҡтан да белем даирәһе киң: ихтиология буйынса ғилми әҙәбиәт уҡырға ярата, элек “Рыбачьте с нами” журналын алдырһа, хәҙер телевидение аша махсус каналдарҙы ҡыҙыҡһынып ҡарай.
Күлдәр иле Әбйәлил – балыҡсылар өсөн ожмахҡа тиң ер. Батыр Рәхмәт улы айырыуса ҡыш балыҡҡа йөрөргә ярата. Тәғәйен һыу ятҡылығына машинаһында елдереп барып та етә. Ҡорамал-йыһаздары иһә гаражда айырым урын биләй.
– Һай, заман! Кәрәк нәмә магазинда тулып ята. Беҙ үҫкәндә ҡармаҡ ебе лә булманы бит. Кәтүкле епкә балыҡ тотҡан, ҡара епте балыҡ күрмәй, имеш, тип ышанған саҡтар бар ине, – тип көлә Батыр Рәхмәт улы. – Аҙаҡ та, дефицит мәлендә, әҙерләүселәрҙән “блат” буйынса ғына ҡармаҡ ала инек. Ҡорамалдарҙы ҡулдан яһау ғәҙәтем ҡалды барыбер, әле лә ҡайһы бер кәрәк-яраҡты үҙем эшләйем.
Алтын юбилейына коллегалары бүләк иткән резина кәмәгә ат менгәндәй шатланған. Әле булһа дуҫтарына рәхмәтле. “Кәмәм үҙем менән бергә ҡартайып килә инде”, – ти, йылмайып.
Балыҡ – Хәйруллиндар йортонда йыш бешерелгән ризыҡтарҙың береһе. Хужа табышын үҙе йыуып таҙарта, ҡатыны Сәүиә Сөләймән ҡыҙы төрләндереп әҙерләй. Балыҡ итенең организм өсөн файҙалы булыуын барыһы ла белә. Ә ғаилә ҙур ғына: ҡыҙҙары Алина һәм Альбина үҙ тормоштарын ҡорған, өс ейәнсәрҙәре, бер ейәндәре үҫеп килә. Балыҡсы ағай йыш ҡына кейәүен дә үҙе менән бергә ала.
Буш ваҡытты файҙалы үткәрергә кәрәк тигән фекерҙә Батыр ағай. Балыҡҡа йөрөү менән генә сикләнмәй, урманға “тыныс һунар”ға сығырға ярата, бик шәп бәшмәксе лә. Емеш-еләк тә силәгенә тиҙ тула, даланлы, тиҙәр уның хаҡында. Ә үҙе был турала икенсе төрлө фекерҙә: “Иғтибарлы, түҙемле һәм маҡсатлы булырға кәрәк”.