Үткән айҙа Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында бер төркөм граждандар танытма алды. Был хаҡта аныҡлабыраҡ һөйләүен һорап, ведомствоның экологик хәүефһеҙлек буйынса баш белгес-эксперты Айтуған АРАЛБАЕВҡа мөрәжәғәт иттек.
– Айтуған Илдар улы, йәмәғәт башланғысында эшләгән инспекторҙар кемдәр ул?
– 2002 йылдың 10 ғинуарында 7-се Федераль ҡанун ҡабул ителгәйне. Уның 67-се статьяһындағы “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау” пункты буйынса ҙур эш йәйелдереп ебәрелде. Әлеге танытмаларҙы биреү – ошо маҡсаттың бер өлөшө. 1 декабргә хәтлем йәмәғәт башланғысында эшләү теләген 126 граждан белдерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 18 йәше тулған һәм тәбиғәтте, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә ынтылған һәр Рәсәй гражданы ошо танытманы алыу хоҡуғына эйә.
Йәмәғәт башланғысында хеҙмәт күрһәткән инспектор, ҡанунды боҙоуҙарҙы асыҡлап, фото-видеояҙмалар эшләп, күҙәтеү органдарына хәбәр итә, шулай уҡ муниципаль властарҙан теге йәки был етешһеҙлектәр буйынса ниндәй саралар күрелгәнен асыҡлай, граждандар араһында экология мәсьәләләренә бәйле уҡыуҙар ойоштора ала.
– Рәхмәт, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.