Бөтә яңылыҡтар
Эй ултыра балыҡсы...
18 Декабрь 2019, 14:30

Һирәк табыш

Норвегиянан Оскар Лундал исемле 19 йәшлек һәүәҫкәр балыҡсы Аннейа утрауынан алыҫ түгел урынға барған. Табыш эләккәс, сығарып ҡараһа, ике ҡармағында – ябай тәрәс балығы, ә өсөнсөһөндә – бөтөнләй таныш булмаған балыҡ... Күҙҙәре ҙур, сит планетанан килгәнме ни!

Балыҡсы, табышын фотоға төшөрөп, социаль селтәргә һалған. Яуап табылған: был европа химераһы булып сыҡҡан. Ситтән ҡарап тороуға, имәнес балыҡ акулалар ғаиләһенә ҡарай, әммә кешегә ҡурҡыныс менән янамай. Химера тәрәндә (1400 метрға тиклем) йәшәй, шуның өсөн дә кешегә әллә ни күренмәй. Уның ҡармаҡҡа эләгеүе – бик һирәк күренеш. Оскар Лундалдың һөйләүенсә, был балыҡ хатта тәрәс балығынан да тәмлерәк икән.
Читайте нас