Кешеләр борон-борондан балыҡты төрлө ысулдар менән тотҡан. Ә хәҙер ниндәй генә ҡорамал юҡ, иҫең китерлек! Төрлө илдәрҙә төрлөсә тоталар, шуларҙың бер нисәһе менән танышып китәйек.
1. Ҡайһы бер илдәрҙә балыҡҡа ҡулдарына ҡәҙимге көрәк тотоп йөрөйҙәр. Был, ысынлап та, шулай. Мәҫәлән, Африканың үҙәк өлөшөндә протоптер исемле балыҡ йәшәй. Ҡоролоҡ мәлендә ул ҡомға күмелә лә ята. Балыҡсылар ҡаҙып алып ҡайта ла өйҙәренең янына кире күмеп ҡуя. Йәнәһе, беренсенән, саф көйөнсә һаҡлана, икенсенән, ҡасан теләйһең, шунда ҡаҙып алаһың да ҡураһың.
2. Бразилияның Лагуна ҡалаһы яр буйында урынлашҡан. Бында күп йылдар дауамында дельфиндар балыҡсыларға ярҙамға килә. Табыш артынан килгәндәр ауҙарын тотоп ярҙан алыҫ түгел һыу эсендә тора. Ә дельфиндар балыҡтарҙы ҡыуып алып килеп ауға индерә, тыңламағандары үҙҙәренә аҙыҡ була. Шуныһы ҡыҙыҡ: был хәл 1847 йылдан алып күҙәтелә, өҫтәүенә аҡыллы йән эйәләрен берәү ҙә ҡулға өйрәтмәгән. Ә дельфиндарҙың аң йәһәтенән кешеләргә яҡын торғанын һәр кем беләлер.
3. Бер ҡыҙыҡ хәл билдәле. Америка президенты Джем Картер балыҡҡа йөрөргә яратҡан. Бер мәл һыу ҡуяны кәмәгә менергә тырыша, әммә Картер ишкәге менән уны этеп ебәрә лә ярға сығырға мәжбүр итә. Иртәгәһенә гәзит биттәрендә “Президентҡа ҡуян һөжүм иткән” тигән яҙмалар пәйҙә була. Ошонан һуң Картер һайлауҙарҙа еңелгән, тиҙәр.
4. Ә бына Амазонка йылғаһында электрлашҡан балыҡты нисек тотҡандар? Һыйыр көтөүен һыуға ҡыуып төшөргәндәр ҙә, балыҡтарҙың тогы көсһөҙләнгәс, уларҙы тота башлағандар. Ни тиһәң дә, 500 вольт бит!
5. Яңы Гвинеяла үрмәксе ауын ишеп, бынамын тигән ауҙар яһайҙар икән. Был балыҡ тотоу ҡоралы ныҡлығы менән айырылып тора.
6. Йыл һайын донъяла акулалар һөжүменән 20 кеше һәләк була. Ә бына кеше ҡулынан йылына 100 миллион акула үлә!
7. Ҡармаҡҡа тотолған иң ҙур акула 1208 кило тартҡан, оҙонлоғо 5,14 метр булған.
8. Билдәле балыҡсы Вальтер Кеммероу 32 грамлыҡ батырғысты 174,5 метр алыҫлыҡҡа ташлап, донъя рекордын ҡуйған. Әле лә уны үтә алған кеше юҡ!