Бөтә яңылыҡтар
Эй ултыра балыҡсы...
28 Апрель 2020, 17:27

Ҡайҙа нимә ҡаптырып була?

Балыҡ тотоу элек тик ир заттарына хас шөғөл булһа, хәҙер донъя бер аҙ үҙгәрә төштө. Ҡатын-ҡыҙ ҙа ғаиләһе менән ял итергә сыға, балығын да тота.

Балыҡ тотоу элек тик ир заттарына хас шөғөл булһа, хәҙер донъя бер аҙ үҙгәрә төштө. Ҡатын-ҡыҙ ҙа ғаиләһе менән ял итергә сыға, балығын да тота.


Түләүһеҙ урындар ҙа күп


Кешеләр хәҙер үҙҙәре йәшәгән ерҙән алыҫыраҡ китергә тырыша, сөнки ундай урында ял итеүселәр аҙыраҡ була, балыҡ тотҡан өсөн түләргә лә кәрәкмәй. Һуңғы йылдарҙа күп кенә быуа-күлдәр ҡуртымға бирелеп, һыу буйында ял итеү өсөн уңайлы шарттар булдырыла башланы. Өйҙәр төҙөлә, балыҡ тотоу өсөн ҡорамалдар бирелә, һыуға селбәрәләр ебәрелә. Әммә былар барыһы ла – түләүле хеҙмәт, икенсенән, балыҡтар һаны ишәйә.


Түләүһеҙ урындар ҙа күп. Мәҫәлән, 119-сы йылҡы заводы эргәһендә Ерәнле күле бар, унда суртан, ҡорман, ҡара балыҡ, сабаҡ, табан тоторға мөмкин. Зинин ауылы янында урынлашҡан Ҡаракүл ҡуйы ағаслыҡ менән уратып алынған. Унда табан, сабаҡ яҡшы ҡаба. Өфө – Аэропорт юлында Архимандрит күле ята. Был һыу ятҡылығында эре-эре табан, суртан, сабаҡтар бар. Шулай ҙа үҙегеҙгә ашау өсөн тоторға уйлайһығыҙ икән, иң яҡшыһы – алыҫҡараҡ юлланырға кәрәк. Өфө тирәһендә сәнәғәт предприятиелары бик күп.


Ниндәй йылғаларҙа түләүһеҙ тотоу ҡаралған?


* Ҡариҙел йылғаһында суртан, һыла, алабуға, ҡорман, опто, табан, сабаҡ ихлас ҡаба.


* Ағиҙелдә балыҡ тәүлек әйләнәһенә эләгә тиһәк, хата булмаҫ. Суртан, сабаҡ, ҡорман, алабуға, шамбы, ҡарабалыҡ, йәйен, ажау, ағарсаҡ тоторға мөмкин.


* Дим бөтә төр балыҡҡа бай. Иртә менән яҡшы эләгә, сәғәт 11-гә һирәгәйә.


* Өршәктә суртан, сабаҡ, алабуға, табан эләгә. Һаҙан да осрай.


* Өфөнән ситтә лә бик яҡшы балыҡ тотоу урындары бар. Мәҫәлән, Павловка һыу һаҡ­лағысы. Иң мөһиме – бында бөтә төр балыҡтың да эреләрен эләктереү мөмкин.


* Нөгөш һыу һаҡлағысы Мәләүез ҡалаһынан алыҫ түгел. Ҡармаҡтарҙы, кәрәк-яраҡты шунда алырға мөмкин.


* Ҡандракүл М-5 трассаһынан күренеп тора. Унда һыу инеү урындары ла эшләнгән.


* Асылыкүл – Башҡортостандағы иң ҙур күл, бер аҙ ҡамышлы. Парк зонаһы булып тора.


* Урал аръяғында күлдәр күп. Түләүлеләре лә, түләүһеҙҙәре лә бар.


Фото: bolshoyulov.ru
Читайте нас: