Быйыл 1 ғинуарҙан һәүәҫкәр балыҡсыларға бәйле ҡанундар ғәмәлгә инде. Документта ниндәй мөһим яңылыҡтар бар?
Һәр Рәсәй субъекты ҡануниәткә үҙ өҫтәмәләрен индерә ала. Мәҫәлән, Башҡортостанда балыҡты бер тәүлектә тотоу нормаһы биш килограмм булһа, Алтай крайында – ун килограмм. Тағы ла шуныһы бар: әгәр ҙә биш килолыҡ бер генә балыҡ тотһағыҙ, ҡайтып китмәҫкә хоҡуғығыҙ бар. Ҡануниәт буйынса, бындай осраҡта тағы ла ошондай уҡ ауырлыҡта табыш алыу мөмкинлеге бирелә.
Йәнә күптәрҙе ошо һорау ҡыҙыҡһындыра: әгәр кеше дүрт-биш көнгә балыҡҡа киткән икән, күпме тоторға рөхсәт ителә? Бындай осраҡта өйөгөҙгә ике норма ғына алып ҡайтырға мөмкин, йәғни ун килограмм.
Балыҡ ыуылдырыҡ сәскән мәлдә ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа йәки фидерға тоторға мөмкин, әммә ырғаҡ икәүҙән артырға тейеш түгел. Йылтырма бөтөнләй ярамай. Балыҡ тотоу тик ярҙан тороп башҡарылырға тейеш. Кәмә менән һыуға төшөү тыйыла.
Яҙ балыҡтар ыуылдырыҡ сәсеү өсөн ҙур һыуҙарҙан бәләкәй шишмәләргә күтәрелә. Тап ошо мәлдә башлана ла инде браконьерлыҡ. Бәләкәй йылғаларҙы быуып, ау, мурҙа һалыуҙар. Һөҙөмтәлә ҙур балыҡтар ғына бөтөрөлмәй, ә тыуасаҡ селбәрәләрҙең дә ғүмере өҙөлә. Йәй буйы мурҙаға йәки ауға тотоп, табышы менән һатыу итеүселәр күп. Бындай осраҡтарҙа хәҙер йәмәғәт башланғысында эшләгән инспекторҙар ярҙамға киләсәк.
Һәр кем 25 апрелдән 5 июнгә тиклем балыҡ тотоу тыйылғанын белергә тейеш. Махсус биттең үткән сығарылышында был турала яҙғайныҡ. Ҡанундарҙы белмәү штрафтарҙан азат итмәй. Түләү күләме ике-өс тапҡырға артты. Шулай уҡ мылтыҡ, арбалет, уҡ-һаҙаҡ ҡулланғандарҙың ҡорамалдары тартып алынасаҡ, ҙур күләмдә штраф һалынасаҡ. Электр ҡармаҡтарығыҙҙы ла алып йөрөмәгеҙ.