Эй ултыра балыҡсы...
28 Апреля 2020, 12:19

Щербаковтан кәңәштәр

Яҙ боҙ китеү менән тәңкәле балыҡтарҙы нимәгә тотоп була?

Яҙ боҙ китеү менән тәңкәле балыҡтарҙы нимәгә тотоп була?

Тәңкәлеләр өсөн иң яҡшыһы, әлбиттә, селәүсен. Ағын һыуҙа ырғаҡҡа бүрттерелгән бойҙай, шәрбәтле кукуруз, ҡарышлауыҡтар кейҙерергә мөмкин.


Яңы башлап тотоусыларға ниндәй кәңәштәр бирерһегеҙ?

Кибеттә бөтә әйберҙәр бар, һатып алаһың да тотаһың, тигәнгә ышан­мағыҙ. Табышты тир түкмәйенсә алып булмай ул. Иң мөһиме – ҡарма­ғығыҙ ябай булһын. Был йәһәттән тәжрибәле балыҡсыларҙан һора­шып, уларҙан өйрәнеп башларға кә­рәк.


Мәҫәлән, ағас араһында тот­ҡанда ырғаҡ ботаҡтарға эләгеүсән. Шуны өҙмәй генә нисек ысҡын­дырырға? Һабаҡты бына шундай ябай мәсьәләләрҙән башларға кәрәк.


Селәүсен менән селәүсен араһында айырма барлығын һәр оҫта балыҡсы белә. Уларҙы нисек итеп тере, матур килеш һаҡларға?

Селәүсендәр ылыҡтырғыс булһын тиһәң, йылға буйына сығыр алдынан уларға ике-өс ҡалаҡ һөт һәм йәшел үлән һалырға кәрәк. Аҡ төҫтә булһалар (ундайға балыҡ әллә ни эләгеп бармай), ҡойған һөтөгөҙгә помаданың бәләкәй генә киҫәген һалырға кәрәк. Ярты сәғәттән селәү­сендәр ҡыҙыл төҫкә инәсәк.


Әҙ генә әнис һәм һарымһаҡ төшөрһәгеҙ, яҡшы тотолор. Сәйҙең шамаһын һалһағыҙ, селәүсендәр теремек булыр, төҫтәре лә юғалмаҫ.


Тотолған балыҡты йәй нисек һаҡларға?

Балыҡ һалғысығыҙ юҡ икән, алып барған һауытығыҙҙың төбөнә кесерткән түшәп, тотолған табышты бер көн һаҡлай алаһығыҙ йәки шунда уҡ таҙалап, тоҙ һибеп ҡуйһағыҙ ҙа була.


Яҙ ниндәй ҡармаҡ ебе алырға тәҡдим итәһегеҙ?

Ишелгәне иң яҡшы тип уйлаған балыҡсы яңылыша. Ямғыр яуып торһа, улар төйөнләнә һәм өҙөлә. Шуның өсөн яҙ ептәр 0,18 – 0,20 мм булһа – иң яҡшыһы.


Фото: wallbox.ru
Читайте нас