Баланан да ҡәҙерлерәк кеше юҡ

“Кис кешегә балыҡ бирмәгеҙ…”

Ата-әсә өсөн донъяла баланан да ҡәҙерлерәк кеше юҡтыр, моғайын. Яҡындарыбыҙ һау-сәләмәт икән, тормоштоң мәғәнәһе лә, йәшәүҙең ҡәҙере лә бар. Йәшәйештә ниндәй генә ҡатмарлы мәсьәләләр тыуһа ла, бала һаулығына тиңе юҡ. Илдең дә бит киләсәге туранан-тура балаларҙың һаулығына бәйле. Шул турала уйланыуҙар мине Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына алып килде. Ниһайәт, ошо институттың балалар офтальмологы Рәшит Шәкирйән улы Ишбулатов менән осраштым. Уның уңыштары бихисап: Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың атҡаҙанған уйлап табыусыһы, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, тиҫтәләгән патент авторы. Хәҙерге ваҡытта Ҡазан, Екатеринбург ҡалаларында Рәшит ағайҙың күҙҙәргә ҡатмарлы операция эшләү өсөн инструменттары күпләп етештерелә. Йомшаҡ күңелле булыуы, алсаҡлығы йөҙөнә бәреп сыҡҡан, тауышы менән кешене арбай ул. Электән үҙ эшенә етди ҡараған табип менән осрашҡас, матур итеп әңгәмәләшеү форсатын ҡулдан ысҡындырманым.


– Рәшит Шәкирйән улы, һеҙ тәби­ғәттең бер матур урыны, хозурлыҡ төбәге – Әбйәлил районында тыуған­һығыҙ. Шәрип ауылындағы матур бала саҡ, һуңынан Хәмит ауылында матур эскерһеҙ тормош. Янда ғына таҙа, мул һыулы Ҡағы йылғаһы аға. Ошонда йәшәп балыҡсы булмау мөмкин дә түгелдер…

– Ҡустым, минең балыҡсы булы­уымдың һәм артабан балыҡ тотоуҙан ваз кисеүемдең үҙенә күрә тарихы бар. Шәрип ауылында йәшәгән ваҡытта, миңә биш йәш тирәһе булғандыр инде, атай-әсәй бесәндә, мин йылғаның тоноҡ ҡына урынында бер ҙур бәрҙене күреп ҡалдым. Шатлығымды тиҙерәк атайым менән уртаҡлашҡым килде. “Улым, ыҙалама, ул бәрҙе уйнатылған, кемдер сыға­ра алмай, төшөрөп ҡалдырған, эләкмәйәсәк”, – тине ул.
Шулай ҙа киттем йылға буйына. Ысынлап та, селәүсенгә лә, сиңерткәгә лә эләкмәй был. Сиңерткәне эләктереп, ауыҙы янында уйнатҡылағас, бер заман, ваҡ балыҡтарҙан ҡыҙға­ныпмы, йотто бит был минең ҡармаҡты. Шунда ҡыуан­ғаным инде, тиҙерәк ҡайтып балыҡты атайыма күрһәттем. Ул: “Шуны көтөп торорға нисек түҙемлегең етте?” – тип ҡуйҙы.
Икенсе бер тапҡыр һыу эсендә бер ташҡа баҫҡайным, балыҡ килеп сыҡ­маһынмы? Атайға һөйләгәс, ул миңә ағастан ҡалдау эшләп бирҙе, барып, алты шамбы алдым. Ҡыҙығы шунда: балыҡ­тарҙы өйгә алып ҡайтҡас, әсәйем: “Улым, беҙ йыш ҡына балыҡ ашайбыҙ, уларҙы Хәлимә инә­йеңә бир, уның тотоп ашатырға малайҙары юҡ бит”, – тине. Атайым ҡаршы төштө: “Иҫеңдә тот, кискә ҡарай бер ваҡытта ла кешегә балыҡ бирмә, үҙеңә эләкмәйәсәк!”
Шулай ҙа әсәйемдең һүҙен тыңлап, инәйгә индереп бирҙем. Шунан беҙ Хәмит ауылына күсеп киттек. Әлеге Ҡағы йылғаһына балыҡҡа барҙым. Әле был ауылда мин ят кеше бит инде, һыу буйында бер малай осраны. Ул: “Ағай, унда барма, балығын мин тотоп бөттөм”, – тигәс, ҡармаҡта­рымды йыйҙым да ҡайтып киттем. Эй шул мәлдәге йән көйөү, хатта теге малайҙы һыуға ырғытҡы килде.
Әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас, ағайым менән ҡустымды эйәр­теп, Рауил ауылы эргәһенә Ҡыҙыл йылғаһына балыҡҡа киттек. Шуныһы ҡыҙыҡ: улар­ға эләгә, ә миңә – юҡ, күңелдә һаман атайҙың һүҙҙәре тора: “Улым, кис кешегә балыҡ бирмәйҙәр…”

Инде лә эләкмәгәс, ҡармаҡ сыбы­ғымды сыбыртҡы һымаҡ яурыныма һалып сығып кил­һәм, ағайым: “Һиңә балыҡ эләккән, сығар тиҙерәк”, – тип саҡыра. Ә мин уларға: “Ниндәй балыҡ, унда ырғаҡҡа селәү ҡуйылмаған”, – тим, ышанмайынса.
Ысынлап та, ҡармаҡҡа ҡомтой йәки ташбаш эләккән, ауыҙынан түгел, ә арҡаһынан, икенсе юлы шул ерҙә бер ташбаш ҡапты, ул эсенән эләккәйне. Өсөнсө ташбаш бер туған ҡустым йәшә­гән Ҡуҫа ҡалаһы янында Әй йылғаһында эләкте. Ҡайһы еренән эләккән бит әле!? Эйәгенең аҫтынан. Шунан һуң бөтөнләй балыҡҡа йөрөмәҫ булдым, барыбер эләкмәй.
– Рәшит Шәкирйән улы, башҡа бер ваҡытта ла балыҡ тотманығыҙмы ни? Ваҡыты-ваҡыты менән балыҡсы ҡома­ры уянып китмәнеме?

– Булды, әлбиттә. Бер мәл Учалынан иптәш егет менән Кушнаренкоға барҙыҡ. Беҙҙе йорт хужаһы көтөп торған. Ихатаға ингәс тә, полиэтилен түшәлгән соҡор иғтибарҙы тартты, баҡ­тиһәң, “ейәндәр уйнар” тип бер биҙрәләй табан балығын ебәргән икән. Ҡыҙыҡ өсөн ҡармаҡтарҙы алып, табан ҡармаҡларға керештек, һәр балыҡты дүрт-биш мәртәбә тотоп, кире ебәргән­беҙҙер. Үәт, исмаһам, эләкмәгән балыҡтар өсөн үсте алдым. Һуңынан теге табан балыҡ­тарын һыуға кире ебәрҙек.
– Рәшит ағай, балыҡ­сыларҙың дуҫтары ишәйеп китеүсән, һыу буйында бер-береһенә ярҙам итәләр. Ырғаҡ кәрәкме, батырғысымы… Шулай йән дуҫың булырҙай балыҡсы бармы?

– Эй, йән дуҫ тигәндәй, Хәмит ауылында шундай еҙнәм бар. Оҙаҡ йылдар урмансы булып эшләне. Эш һөймәгән кешеләрҙе яратмай торғайны. Бер мәл иртә менән Хәмиткә еҙнәмә барҙыҡ. Балыҡҡа сығырға ғына тора ине. Беҙ ҙә үҙе менән алыуын һораныҡ, ҡаршы төшмәне. Хөснитдин ағай менән өсәүләп Ҡағы йылғаһына килдек. Ҡаҙмаш ауылынан таҡтаға килгән егеттәр йылым менән балыҡ һөҙә, сыҡҡан һайын ике-өс бәрҙе генә сыға, ә еҙнәм – Риф Зәйнәшев шуларҙың артынан ҡармаҡҡа бик күп бәрҙе тотто. Ыҫланған бәрҙе менән дә һыйланы. Бер мәл ике малайым менән балыҡҡа барғайныҡ.
Ямғырҙан һуң һыу бысраҡ, әммә байтаҡ бәрҙе тотто ла: “Ут яғығыҙ, хәҙер бешереп ашатам”, – тине. Тәңкәһен ҡырмай ғына эсен таҙаланы ла, дегәнәк япрағына өс ҡат урап, утҡа һалды. Беренсе ҡаты янып бөткәс, алдыҡ. Телеңде йотор­лоҡ тәмле булған.
Тағы бер хәл иҫтә ҡалған. Атыбыҙ ялан яғын яратмай ине, ҡасып ҡайтҡас, мин уны һыу буйында эҙләп йөрөйөм, ҡара­һам, бер егет ағасҡа ултырған да мылтыҡтан һыуға атты. Шулай итеп, ҙур ғына бер суртан алды. Бер мәл Йәнгелдән Си­байға китеп барғанда бер балыҡсы йәйен атып алған. Үтенеп һораһалар ҙа, һатмаған, туғандарына өләшеп биргән. Оҙонлоғо 160 см булған.
– Рәшит Шәкирйән улы, балыҡҡа йөрөп, байтаҡ тарих­тарҙы һөйләнегеҙ. Хәтерегеҙ ҙә яҡшы, үҙегеҙ ҙә балалар кеүек ихласһығыҙ. Юҡҡа ғына балалар табибы һөнәрен үҙ итмә­гәнһегеҙ икән. Шулай ҙа бер һорауҙы бирмәйенсә булдыра алмайым. Табип һөнәрен һай­лауға нимә сәбәпсе булды?

– Элегерәк әсәйем ауыры­ғайны, шунда уҡ уйлап ҡуй­ғайным, табип булам, тип. Икенсенән, элгәре кеше трахоманан интегә ине. Белорет ҡала­һында медучилище, һуңынан Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамланым.
– Белеүемсә, ғаиләлә һеҙ иң өлкәне…

– Эйе, атай-әсәйемә мең рәхмәт инде, уларҙы һағынып иҫкә алам, биш баланы тәрбиә­ләү еңелдән булмағандыр. Әсә­йем почетлы почта хеҙмәткәре булды.
Шулай ҙа үҙемдән бер нисә һүҙ. Күҙҙәре ҡояш нурҙарын күреүгә мохтаж сабыйҙарға нур бөрккән, һәр кешегә ярҙам итергә әҙер торған ошондай табиптарға нисек баш эймәйһең инде?!
– Рәшит Шәкирйән улы, һеҙгә оло рәхмәтемде белдерәм. Һаулыҡ һеҙгә! “Кис кешегә балыҡ бирмәгеҙ” тигән ырымы­ғыҙ­ҙы мин дә тикшереп ҡара­йым әле.

Һеҙ ҙә, ағай, ҡармаҡта­рығыҙҙы машинанан сығарып ташларға ашыҡмай тороғоҙ, бәлки, берәй ҡасан эләктереп тә ҡуйырһығыҙ.
Читайте нас