Бөтә яңылыҡтар
Эй ултыра балыҡсы...
22 Сентябрь 2020, 16:27

Арабыҙҙа батырҙар ҙа бар

Был көндө Рәмил Ғабдулла улы күңелендә оҙаҡ һаҡлар тип уйлайым, сөнки Ағиҙел йылғаһына балыҡ тоторға төшөп, батып барған ун ике йәшлек малайҙы ҡотҡарырмын тип башына ла килтер­мәгәндер. Беҙҙең танышы­уыбыҙға ошо ваҡиға сәбәпсе булды.

Рәмил Хөсәйенов һөйлә­үенсә, ул балыҡты ялтырмаға ла, фидерға ла, ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа ла тоторға ярата.

– Нижегородка биҫтәһендә йәшәгәс, күберәк Ағиҙелгә йөрөйһөгөҙҙөр инде балыҡҡа. Ял итергә барып, бәләгә ҡал­ған баланы ҡотҡарғанһығыҙ...
– Эйе, һис уйламағанда... Ҡармаҡларға ғына ултырған инем. Һыу инергә килгән балаларҙың береһе, йүгереп килеп:

“Иптәшебеҙ батты, ярҙам итегеҙ!” – тип үтенде. Малайҙы һыуҙан алып сығып, “Ашығыс ярҙам” килгәнсе яһалма һу­лыш алдырырға тырыштым. Балаға йән ингәс, шул тиклем ҡыуандым, – ти Рәмил Хөсәйенов.
Бына шулай балыҡсыға нимә генә күрергә, кем менән генә осрашырға тура килмәй. Хәҙер ул һәүәҫкәр балыҡсы ғына түгел, кеше ғүмерен һаҡлап ҡалған ҡыйыу ҡот­ҡарыусы ла.
Читайте нас: