Бөтә яңылыҡтар
Эй ултыра балыҡсы...
22 Сентябрь 2020, 16:25

Ҡаранбаш һеҙҙе көтә

Балыҡсы ҡайҙа ғына булмай ҙа ниндәй генә хәлдәргә тарымай! Һәр ваҡыт таныш булмаған урындарҙа булғы, яңы таныштар менән осрашҡы килә. Ошо маҡсаттан сығып, Дәүләкән яҡтарына юл тоттом. Ҡаранбаш быуаһына иртәнге 6-ла килеп еттем. Эй, һыу буйының матурлығы! Бер ерҙә сүп-сар күрмәҫһең. Балыҡ ҡармаҡлаусылар ҙа күренә. Күп тә үтмәй, быуаның хужаһы Андрей Владимирович Гончаренко килеп туҡтаны. Хәлдәрҙе һорашҡас, үҙемде ҡыҙыҡһындырған бер нисә һорауымды бирҙем.

– Андрей Владимирович, ишетеүемсә, был быуаны ҡуртымға алғанһығыҙ. Ни өсөн тап ошо быуа һеҙҙе ҡыҙыҡһындырҙы?

– Ғаиләбеҙ менән тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратабыҙ. Икенсенән, Ҡаранбаш ауылы – тыуып үҫкән төйәгем. Минең уйымса, һәр шәхес тыуған ерен, ауылын матурлауға, үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Өсөнсөнән, балаларым тәбиғәттең ҡабатланмаҫ матурлығын күреп үҫһен, тим.
– Белеүемсә, һеҙҙә балыҡ тотоу түләүле. Сер булмаһа, балыҡсы күпме түләргә тейеш? Быуала ниндәй балыҡтар бар?

– Беҙҙә балыҡ ҡармаҡлау ҡиммәт түгел, бер ҡармаҡҡа 100 һум күләмендә билдәләнгән. Унан тыш, ял итеү, йоҡлау өсөн өй төҙөгәнбеҙ, мунса эшләй, яр буйҙарына ағастар ултыртабыҙ. Шуныһы күңелде ҡыра: ҡайһы берәүҙәр көс етмәҫлек сумкалар менән тейәнеп килеп төшәләр ҙә ҡайтҡанда арттарынан сүп-сарҙы йыйышты­рырға оноталар. Ярай әле, күлдең уңған хеҙмәткәрҙәре бар, быуа эргәләрен таҙа тоторға тырышалар. Киләсәктә балыҡсылар өсөн кәрәк-яраҡ магазины асырға уйлайым. Ә балыҡтарға килгәндә, һаҙан, аҡ амур, табан, суртан, алабуға үрсетелә. Беҙ табыш артынан ҡыумайбыҙ, балыҡсыларға, ял итеүселәргә уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ.
– Киләсәккә пландарығыҙ нисек?

– 300-400 мең һумлыҡ селбәрә алып, быуаға ебәрергә уйлайым. Яр буйҙарын нығытырға кәрәк. Балыҡ ҡармаҡлау буйынса спорт ярыштары ойоштороу уйы ла бар.
– Бындай ҙур эштә терәк булырҙай ярҙамсыларығыҙ ҙа бармы?

– Эйе, иҫәп-хисап эшен ҡатыным Наташа башҡара. Улым Александр ҙа буш ваҡытында ярҙам итә, ҡыҙым Ирина әле Башҡорт дәүләт университетында уҡый. Бергәләп кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Ҡаранбашҡа рәхим итегеҙ, үкен­мәҫһегеҙ!
Читайте нас: