Бөтә яңылыҡтар
Эй ултыра балыҡсы...
22 Сентябрь 2020, 16:21

Балыҡсы балыҡсыны… алыҫтан таный

“Тәбиғәттең күркен тойоу өсөн саф һауаһын һулағыҙ!”

Һәр кем ял көнөн түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Кемдер баҡсаһына ашыға, кемдер, ҡармаҡтарын, кәрәк-ярағын төйнәп, һыу буйына юллана. Беҙ ҙә “балыҡ йәне ҡағылған” иптәшем менән Ағиҙел буйына төштөк.
Һай, беҙҙән дә иртәрәк уяныу­сылар бар икән. Улар, күптән килеп, ҡармаҡтарын һыуға һалып та өлгөргән. Күреп торам, беҙҙең күршеләр – дәртле, көслө йәш егеттәр. Ҡармаҡтарҙы емләп ырғытып бөткәс, егеттәрҙең хәлен белешергә киттем. Араларында һүҙгә әүәҫе лә табылды. Эргәмә яҡын уҡ килеп хәл-әхүәл һорашты. Танышып киттек. Ришат Наил улы НИҒМӘТУЛЛИН үҙенең алсаҡлығы менән әсир итте. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, тәбиғәткә мөкиббән киткән, ҡыҙыҡһыныусан егет.



– Ришат ҡустым, бындай һил ерҙе ҡайҙан килеп, нисек таптың? Был урында күбеһенсә тәжрибәле балыҡ­сылар ғына ултыра.

– Мин үҙем Силәбе өлкәһендә – Ҡоншаҡ райо­нының Ҡунаҡбай ауылында тыуғанмын. Ауыл ерендә ҙур йылғалар булманы. Ҙур һыуҙа ултырып балыҡ ҡармаҡлау хыялым тормошҡа ашты тип ҡыуанам, ниһайәт, мин Ағиҙел буйында! Был матур урынды миңә бер танышым күрһәтте. Бер балыҡ эләкмәһә лә, бынауындай хозур тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итеп ҡайтасаҡмын. Өфөгә 2001 йылда күсеп килдек. Шунан бирле балыҡсы ҡомары мине ташламай.
– Бәләкәй сағыңдан уҡ был шө­ғөлдө үҙ иткәнһеңдер, моғайын. Әллә ололарҙың ыңғайына өйрәндеңме?

– Эйе, ағай, атайым – оҫта һунарсы ла, түҙемле балыҡсы ла. Өҫтәүенә олатай ҙа танылған балыҡсы ине. Ауылда “Рәхимйән олатайҙан да оҫта балыҡсы юҡ” ти торғайнылар. Ә шулай ҙа беренсе тапҡыр балыҡҡа бер туған ағайым Руслан менән барҙыҡ. Бик ҡыҙыҡ булды ул көндө. Үләндән ишеп, мәскәү (элмәкте шулай тиҙәр) эшләп алып, бәләкәй генә суртан селбәрәләрен тотабыҙ ҙа кире һыуға ебәрәбеҙ. Шул тиклем күңелле! Йылға янында ҡыуыш та эшләп ҡуйғайныҡ, ямғыр яуа башлаһа, шунда йәшенәбеҙ. Беҙ бер ваҡытта ла рөхсәт ителмәгән ҡоралдар менән балыҡ тоторға йөрө­мәнек. Үҙем ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа тоторға яратам.
– Бик ихлас балыҡсы икәнһең, әйҙә, уңыштарың менән дә уртаҡлаш. Иң ҙур табышыңды хәтерләйһеңме?

– Әлбиттә. Оҫта балыҡсылар һымаҡ, “дүрт килолыҡ балыҡ эләкте”, “биш кило тартты”, тип маҡтана алмайым. Әммә үҙемә күрә рекордым бар инде. Ағиҙелдә бер саҡ ауырлығы 1 кило 200 грамм тартҡан ҡорман балығын эләктерҙем. Аҙаҡ йәнә шуның һымаҡ ҡормандарҙы бер нисәне ҡаптырҙым.
– Өфөнән ситкә сыҡҡаның бармы?

– Эйе, күл-быуаларға йөрөйөм. Ғөмү­мән, тәбиғәт ҡосағында булырға яратам. Ҡайһы ваҡытта табышһыҙ ҙа ҡайтаһың, әммә бер ҙә күңел төшкәне юҡ, ҡайғырып ултырмайым. Әсәйем балыҡ ярата, телеңде йоторлоҡ һурпа бешерә.
Бер мәл 8 Март ҡасабаһы янындағы йылғаға табан балығы ҡармаҡларға барғайным. Селәүсенгә лә, ҡарышла­уыҡҡа ла эләкмәй ҙә ҡуя. Яр буйын ҡарап, эҙләнеп йөрөп, әҙерәк кукуруз табып алдым. Шуға бер нисә эре балыҡ тартып сығарҙым. Шуны әйтергә теләйем: балыҡҡа барғанда, бөтә емдәрҙе лә алырға кәрәк. Ағиҙелдең ошо яр буйына йыш ҡына ғаиләм менән сығырға ғәҙәтләнгәнмен. Ҡатыным Алина менән улым Данил да тәбиғәтте бик ярата.
– Ҡыш балыҡҡа йөрөү йыбандырмаймы һуң?

– Миңә ҡалһа, боҙ өҫтөндәге сатыр эсендә ултырып балыҡ ҡармаҡлау бигерәк тә мауыҡтырғыс. Боҙ аҫтындағы сихри донъяның серҙәре күп. Бәләкәй генә бер мәкегә ҡарап, бөтә донъяңды онотаһың, ҡалҡыуысың уйнаһа, балалай һөйөнәһең. Миҙгелгә ярашлы йылы итеп кейенһәң, һыуыҡ ҡышҡы көндә боҙ өҫтөндә ултырыуҙың бер ҡыйынлығы ла юҡ. Бер көн икенсеһенә оҡшамағандай, балыҡ ҡармаҡлау ҙа шулай айырыла. Бөгөн уңыш йылмайһа, иртәгәһенә буш күнәк менән ҡайтыуың ихтимал.
– Ҡайһы бер балыҡсылар ҡыш бу­йы ғәҙәтләнгән урындарына ғына йөрөй. Яҡшымы был, насармы – әй­теүе ҡыйын. Ҡышын ҡайҙа йөрөргә яратаһығыҙ – йылғағамы, әллә күл­гәме?

– Һыу ятҡылыҡтарының икеһе лә яҡын миңә. Табан балығын тәмләгем килһә, күлгә барам, әсәйем йылға балығын яратҡас, йылғаға ла төшөп әйләнәм. Са­баҡ, ҡара балыҡ, ҡорман балығы – төп табыштарым.
– Балыҡсының ҡармағынан ысҡы­нып киткәне иң еллеһе инде. Шулаймы, Ришат?

– Эй... Ымһындырғыс табыштарҙың ҡулдан ысҡынғаны аҙ булманы. Тәжрибәм дә етеңкерәмәйҙер инде, йәш балыҡсы­мын бит. Күберәк оло ағайҙарҙан һораша-һораша өйрәнәм. Әммә үҙемдең бер көслө яғым бар: урын һайлағанда һиҙем­ләүем яҡшы. Ҡайһы берәүҙәр көн буйы балыҡ ҡармаҡлап ултырған кешене һис өнәмәй, “эше юҡтыр инде был әзмәүерҙәй ирҙең” тип уйлай. Улар төптө яңылыша, һыу буйына табыш юллап ҡына кил­мәйбеҙ бит, сәләмәтлеккә ниндәй ҙур файҙа, күңел тыныслана, бындай матур ваҡыттар ҡабатланмай. Тәбиғәттең күркен тойоу өсөн саф һауаһын һулау ҙа етә. Уны бар булмышың менән яратырға һәм һаҡларға кәрәк, шуға күрә барған урынымды таҙартмайынса, ҡармағымды һыуға һалмайым.
– Ҙур рәхмәт, Ришат, тәбиғәтте һөйгәнегеҙ һәм уға мәрхәмәтлек күрһәткәнегеҙ өсөн. Уңыштар юлдаш булһын!
Читайте нас: