Бөтә яңылыҡтар
Эй ултыра балыҡсы...
22 Сентябрь 2020, 16:31

Суртанды ҡулдан ысҡындырманым...

Бала саҡ хәтирәләре.

Әбйәлил районы хозур күлдәре менән дан тота. Хәлил ауыл советы биләмәһендә өс күл һәм бер нисә быуа бар. Минең бала саҡ шул күл-быуалар, йылғалар буйында үтте тиһәм, һис тә хата булмаҫ. Дарыулы йылғаһында – бағыр, күлдәрендә суртан, алабуға, ҡара балыҡ, ажау, опто, ҡыҙылғанат, шамбы, аҡ амур, һаҙан була торғайны.


Ул ваҡыттағы балыҡ запасын хәҙерге менән сағыштырып булмай инде. Шулар араһынан бер күл тураһында әйтеп үткем килә, ул да булһа – Һултан күле. Сите ҡамыш менән ҡапланған, ҡарап тороуға бер нисә өлөштән тор­ғандай тойолған, йәйрәп ятҡан күл. Иң иҫтә ҡалғаны – күлдең уртаһында утрау – Уртағас күренеп тора. Утрауына сыҡҡан кешеләр ундағы ҡарағат ҡыуаҡ­тарына һәм емештәренә һоҡ­ланыуын йәшерә алмаҫ ине. Ҡарағаттары эре, ҡәҙимге сейә ҙурлығында. Беҙ, унда кәмә менән сығып, емештәрен тирә торғайныҡ.


Шулай ҙа һүҙем ул турала түгел. Уның һыуында йәшәгән ҡара балыҡ тураһында һөйләгем килә. Был балыҡтың тәмлелеге тураһында һүҙҙе ҡуйыртмай ғы­на, уны ҡармаҡҡа нисек тот­ҡа­ныбыҙҙы бәйән итмәксемен. Был шөғөл – үҙе бер мауыҡ­тырғыс донъя бит ул. Ваҡытында ҡайһы берәүҙәр уны ауға ла эләк­терә ине. Әммә мине ҡар­маҡҡа тотоу әсир итте. Дәрестән сығам да, эштәрҙе бөткәс, күлгә һыпырта торғайным. Марат еҙнәм:


– Ҡәйнеш, эремсек алдыңмы? Ҡара балыҡты тик уның менән генә арбап була, – ти торғайны.


Ҡармаҡ һалыр урынды бил­дәләгәс, селәү ҡаптырып һыуға ырғытаһың. Бер-бер артлы ҡабып ҡына торған балыҡ түгел ҡара балыҡ, ҡайһы берҙә яртышар сәғәт сиртеүҙән туҡтауы мөмкин. Иң тәүҙә уның ҡамыш араһындағы йөрөгән юлын табырға кәрәк. Беренсе тапҡыр ҡара балыҡты һөйрәп сығарғас, аптырап киттем, “ҡара әле, ят балыҡ та йәшәй икән беҙҙең күлдә” тип уйланым. Шулай итеп, яратҡан күлемдең мәртәбәһе тағы ла арта төштө. Ошо ва­ҡыттан алып, йыл һайын бер нисә мәртәбә булһа ла, ҡара балыҡ ҡармаҡларға сығам. Кә­мәлә йә ярҙа шым ғына, сабыр ултыра белһәң, табышһыҙ ҡайт­маҫһың. Элек урыҫтар, уның ялҡаулығына төрттөрөп, “лень” тип атаған, һуңынан “линь” атамаһы барлыҡҡа килгән. Тыныс урынды ярата ул. Тағы бер үҙенсәлеге бар: суртан да, алабуға ла ҡара балыҡҡа һөжүм итеп бармай, күрәһең, төҫө сәбәпселер, йәшкелт-һоро төҫтө әллә ни яратмай йыртҡыс ба­лыҡтар. Һыу йылына башлағас та ҡаба башлай, уның иң ярат­ҡаны – селәүсен.


...Ярайһы ғына табыш менән ҡайтыр юлға сыҡтым, бер саҡ­рым­дай араны үтергә кәрәк. Ярға 30-40 метр ҡалғас, ялтырма менән суртан тотоу ниәте тыуҙы, унда-бында ташлайым, бер заман суртан ҡапты бит. Инде сығарып кәмәгә һалдым тигәндә, аяғым менән ҡара балыҡҡа баҫҡанмын. Һыуға сумғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым, сөнки тиреһе лайлалы бит, шулай ҙа теге суртанды ҡулдан ысҡындырмайым. Икенсе тапҡыр барғанда балыҡ­тарҙы һалып барырға селтәр тоҡ алдым. Бына шулай һыу буйына йыл әйләнәһенә йөрөй торғас, оҫтараһың икән.


Ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа тотоу иң отошлоһо, тик ҡармаҡ ебегеҙ ныҡ булһын (0,30-0,35), ырғаҡтың 8-9-сы һанлыһын бәйләргә кәрәк. Ҡара балыҡ ҡышҡыһын ләмгә күмелә лә йоҡоға тала. Атмосфера баҫымын тиҙ һиҙемләй, көн боҙолоуын иҫкәртә, һыуҙан ырғып өҫкә сыға.


Фото: rybolov39.ru
Читайте нас: