Бөтә яңылыҡтар
Эй ултыра балыҡсы...
15 Декабрь 2020, 20:08

Һаҙандан – шашлыҡ

Яңы тотолған, туңдырылмаған һаҙанды таҙалап, һалҡын һыуҙа яҡшы итеп йыуабыҙ ҙа ҡағыҙ менән һөртөп ҡоротабыҙ.

Яңы тотолған, туңдырылмаған һаҙанды таҙалап, һалҡын һыуҙа яҡшы итеп йыуабыҙ ҙа ҡағыҙ менән һөртөп ҡоротабыҙ.


Маринад әҙерләйбеҙ. Уның өсөн ҡырғыстан үткәрелгән һарымһаҡ, ҡаймаҡ йә майонез, еҫле ҡара борос һәм тоҙ кәрәк. Балыҡтарҙы ошо маринад менән тотошлай ыуып сығабыҙ. Һаҙандарҙың эсенә түңәрәк формаһында ҡырҡылған һуған тултырабыҙ. Уның янына төрлө йәшел үлән, тәмләткестәр өҫтәйбеҙ, берәр телем лимон һалабыҙ. Татлы борос һәм помидор ҡушыу ҙа яҡшы булыр.


Маринадланған балыҡтарҙы тәрән һауытҡа һалабыҙ (30-40 минутҡа). Мангалда күмер ҡыҙғас, һаҙандарҙы үҫемлек майы менән майланған рәшәткәгә теҙәбеҙ. Ут өҫтөндә гел әйләндереп торорға кәрәк – тиреһе янып ҡараймаһын.


Балыҡтан шашлыҡ тиҙ бешә, сама менән 20 – 40 минут. Әҙер булыу ваҡыты һаҙандың эрелегенә, уттың ҡыҙыулығына бәйле.

Табынға ҡуйғанда өҫтөнә туралған әнис, йәшел һуған өҫтәһәгеҙ, тағы ла тәмлерәк булыр.

Читайте нас: