Бөтә яңылыҡтар
Эй ултыра балыҡсы...
15 Декабрь 2020, 20:02

Һағындыҡ һине, боҙ!

Йылыла иҙрәп, һыуҙа кинәнеп йөҙгән ваҡыттар артта ҡалды. Йылға-күлдәр яйлап боҙ менән ҡапланып бөттө тиерлек. Һыу ятҡылыҡтарында – 10-15 сантиметр ҡалынлыҡтағы боҙ, уларҙағы тереклек һүлпәнәйә.

Йылыла иҙрәп, һыуҙа кинәнеп йөҙгән ваҡыттар артта ҡалды. Йылға-күлдәр яйлап боҙ менән ҡапланып бөттө тиерлек. Һыу ятҡылыҡтарында – 10-15 сантиметр ҡалынлыҡтағы боҙ, уларҙағы тереклек һүлпәнәйә.


Һаҙан, табан, ҡара балыҡ, йәйен, сөгә ҡышҡы йоҡоға тала. Һыу температураһы алты градустан түбәнәйһә, улар төптәге ләмгә күмелеп ятыусан. Был саҡта тиреләре ҡалын лайла менән ҡаплана, ул үҙенә күрә һалҡындан һаҡлай торған “тун” булып хеҙмәт итә.


Ҡайһы бер балыҡтар ғына ҡыш буйы хәрәкәтсәнлеген юғалтмай. Боҙ аҫтынан алабуға, опто, суртан, ротан, һыла эләгә, ажауҙың эреләре яҙға табан ҡабасаҡ. Шамбы, бағыр ыуылдырыҡ һалыуға әҙерләнә. Ошо ваҡытта мәкенән эре-эре шамбыларҙы сығарыуың ихтимал. Һыу ятҡылыҡтарының тәрән урындарында алабуғалар, ҡорман балыҡтары бергә тупланып, яҙ еткәнсә шулай ҡала.


Балыҡсылар тәүге боҙҙо һағынып көтөүсән. Тишкестәр үткерләнгән, ҡармаҡтар әҙер, теләк ҙур... Ус аяһындай мәкенән ҙур балыҡтар сығарыу – әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ләззәт ул.


Әммә бер нәмәне һис ҡасан иҫтән сығармау мөһим. Боҙҙоң ҡалынлығы 7-10 сантиметр булмайынса, уның өҫтөнә баҫыу ҡәтғи тыйыла. Йәнә шундай кәңәш: һалҡын осорҙа балыҡ тоторға яңғыҙ йөрөү хәүефле, мотлаҡ иптәш кәрәк.


Кемдер селбәрәгә суртан, һыла, алабуға тота, ә икенселәр сабаҡҡа, ҡорман балығына өҫтөнлөк бирә. Бер урында эләкмәһә, башҡа ергә күсергә кәрәк. Беренсе боҙҙа шулай балыҡты эҙләп табып алаһың. Ҡулланыу өсөн ҡышҡы йылтырма ла, көйәнтәле (балансир) ҡармаҡ та яҡшы. Уларға суртан, алабуға, һыла, ротан, бәрҙе ҡаптырырға мөмкин. Күптәр мормышкаға өҫтөнлөк бирһә, ҡалҡыуыслы ҡармаҡ йөрөткәндәр ҙә кәмемәй. Бер ниндәй ҡарышлауыҡ йә селәүсен ҡуймаһаң да, табыш алырға мөмкин, тик ҡармағыңды туҡтауһыҙ уйнатырға кәрәк. Йыртҡыс балыҡтарҙы селбәрәгә эләктереү иң ҡулайы. Ә инде ялтыр боҙ аҫтынан ағарып килгән суртанды сығарыу – үҙе бер кинәнес.
Фото: spinningpro.ru
Читайте нас: